From Wikipedia, the free encyclopedia
Байтимеров Әбүбәкер Хөсәйен улы (рус. Байтимиров Абубакир Хусаинович; 25 май 1941 йыл) — партия органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт[1]
Байтимеров Әбүбәкер Хөсәйен улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 25 май 1941 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Билән, Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Әбүбәкер Хөсәйен улы Байтимеров 1941 йылдың 25 майында БАССР-ҙың Балаҡатай районы Билән ауылында донъяға килгән.
Билән урта мәктәбен һәм 1968 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, зоотехник белемле.[2]
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1960 йылда «Билән» совхозында башлай.
1960—1963 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1968—1971 йылдарҙа «Билән» совхозында зоотехник, баш зоотехник булып эшләй.
1971—1972 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренү институтында тәжрибә-етештереү хужалығы баш зоотехнигы.
1972 йылда йәнә «Билән» совхозында баш зоотехник.
1974—1978 йылдарҙа совхоз директоры.
1978—1984 йылдарҙа — КПСС-тың Балаҡатай райкомында икенсе секретарь.
1984—1996 йылдарҙа-халыҡ депутаттарының Балаҡатай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәте башлығы[3].
1996—2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының Дәүләт ветеринария инспекцияһы башлығы.
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.