From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1 февраль 1960 йыл) — яҙыусы, журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2022), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты,
Фәрзәнә Аҡбулатова | |
Исеме: |
Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Хәйбулла районы, Үрнәк ауылы |
Гражданлығы: | |
Жанр: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Атай икмәге» (1993) |
Премиялары: |
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (1995) |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003); Халыҡтар дуҫлығы ордены (2022) |
Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы[1]) Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.
Ғәлиәхмәт урта мәктәбенән һуң Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый.
1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә ҡайта.
1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Ижад» берекмәһенә саҡырыла. Әлеге мәлдә «Юлдаш» радиоһында мөхәррир һәм «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Әҙип һәм заман» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыусы[2].
Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге», «Зәңгәр ҡаялар» исемле һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. Тәүгеһендә хикәйәләр тупланған булһа, әҙиптең икенсе йыйынтығында «Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш», «Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге» тигән фантастик повестары һәм яңы хикәйәләре урын алған. «Атай икмәге» китабы өсөн уға 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы бирелде.
2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[4]
2022 йылдың 16 декабрендә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.