From Wikipedia, the free encyclopedia
Атлант (лат. atlas) — умыртҡалы хайуандарҙың беренсе муйын умыртҡаһы. Соңҡа һөйәге менән хәрәкәтсән тоташҡан. Шуға бәйле, башҡа муйын умыртҡаларынан айырмаһы бар.
Атлантта тән өлөшө һәм артҡы үҫенте булмай. Тән өлөшө яралғы үҫеше (эмбриональ) осоронда икенсе муйын умыртҡаһы менән ҡушылып үҫә (лат. axis) һәм теш формаһын ала (dens). Шуға ла, атланттың умыртҡа каналын төҙөүсе тишеме ҙур була. Ә тәне урынында ҡыҫҡа ғына дуға ҡала (anterior arcus). Алғы һәм артҡы дуғалар (posterior arcus) ике яҡтан ҡалынайған һөйәк массаһы менән тоташҡан (lateralis massae). Алғы дуғала тыш яғынан түмһәләге була (tuberculum anterius).
Алғы дуғаның эске йөҙөндә соҡор була (dentis fovea). Икенсе муйын умыртҡаһының теше шул соҡорға инеп ултыра. Ул атлантты икенсе муйын умыртҡаһы менән тоташтыра торған урын. (срединный атлантоосевой сустав).
Артҡы дуғала артҡы түмһәләй бар (posterius tuberculum). Ул үҫешеп етмәгән артҡы үҫентенең ҡалдығы булып тора.
Артҡы дуғаның өҫкө йөҙөндә ике яҡлап умыртҡа артерияһы үтә торған бураҙна (vertebralis sulcus arteriae) күренеп тора.
Анланттың ян яҡлап ике яҡтан да аҫҡы һәм өҫкө быуын урыны бар. Өҫкөләре (лат. facies articulares superiores) соңҡа һөйәгенең байырсалары (мыщелки) менән атлант-соңҡа быуыны төҙөй.
Аҫҡылары (facies articulares inferiores) икенсе умыртҡа һөйәгенең быуын урыны менән inferiores articulares facies) тоташа.
Атлант аномалияһы булып, уның үҫеш осоронда соңҡа һөйәге менән ҡушылып үҫеү осрағы тора. (атлант ассимиляцияһы).
Тайпылыш йыш ҡына атланттың артҡы дуғаһының бүлемләнеүе менән бергә бара. Был осраҡта миеломенингоцеле — муйын бүлегендә умыртҡа кистаһы барлыҡҡа килә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.