Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты From Wikipedia, the free encyclopedia
Андреев Алексей Васильевич (16 апрель 1943 йыл) — мунициаль орган хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауыл хакимиәте башлығы. Милләте — сыуаш.
Андреев Алексей Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 апрель 1943 (81 йәш) |
Тыуған урыны | Аделькин, Ермолкин ауыл Советы, Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Алексей Васильевич Андреев 1943 йылдың 16 апрелендә БАССР-ҙың Бәләбәй районындағы Аделькин (рус. Аделькино) ауылында тыуған. Урындағы урта мәҡтәпте, 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.[1]
Хеҙмәт юлын 1961 йылда ауыл уҡытыусыһы булып башлай. Совет Армияһы сафына саҡырыла. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң Башортостандың Нуриман районы Первомайск урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай, артабан шул уҡ мәктәптә директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
1979—1985 йылдарҙа Яманйылға леспромхозы профкомы рәйесе булып эшләй, артабан директор урынбаҫары вазифаһында була.
1985 йылдан Ҡыҙыл Шишмә (рус. Красный Ключ) халыҡ депутаттарының ҡасаба Советы рәйесе итеп һайлана, Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә район хакимиәте башлығы вазифаһын биләй. Нуриман районы, 245-се Ҡыҙыл Шишмә һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланыла.
Өйләнгән, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.