Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1 апрель 1972 йыл) — йырсы. 1993 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 апрель 1972 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Хәлил, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Биографияһы
Римма Зәйнетдин ҡыҙы Амангилдина 1972 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының[1]Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуған.
1993 йылда — Өфө сәнғәт училищеһын (Ф. Ф. Сәғитова класы), 1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1993 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай һәм шунда дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт «Йәдкәр» фольклор төркөмөндә эшләй.
Вокал партиялары
Башҡорт халыҡ йырҙары «Зәлифәкәй», «Сәлимәкәй», «Һырдарья», «Түңәрәккәй күл», «Уйнат гармундарыңды»; Хөсйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Салауат Низаметдинов, Нариман Сабитов, Роза Сәхәүетдинова, Артур Туҡтағолов һәм башҡа авторҙарҙың йырҙарын һәм романстарын башҡара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.