Ален (Баден-Вюртемберг)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
(нем. Aalen [ˈʔaːlən] , алеман. Oole) — Германияның Баден-Вюртемберг федераль ерендәге ҡала. Был урын Германияның Көнсығыш Альб администрацияһының Көнсығыш Вюртемберг төбәгендәге Штутгарт ҡалаһынан алыҫ булмаған ерҙә торған урыны.
Ален
Ален | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | VII быуат |
---|---|
Культура | кельты[d] |
Дәүләт | Германия[1] |
Административ үҙәге | Восточный Альб[d] |
Административ-территориаль берәмек | Aalen VVG[d] һәм Восточный Альб[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d][2] һәм UTC+2:00[d] |
Хөкүмәт башлығы | Thilo Rentschler[d] |
Ойошма ағзаһы | Climate Alliance[d][3] һәм Мэры за мир[d][4] |
Халыҡ һаны | 68 816 кеше (31 декабрь 2022)[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 430 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Сен-Ло[6], Крайстчерч (Дорсет), Татабанья, Антакья[d] һәм Червия |
Майҙан | 146,63 км² (2006)[7] |
Почта индексы | 73430–73434 |
Рәсми сайт | aalen.de |
Урындағы телефон коды | 07361, 07366 һәм 07367 |
Номер тамғаһы коды | AA |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Aalen[d] |
Ален Викимилектә |
Ален Көнсығыш Вюртембергтың Кохер йылғаһы үҙәгендә ята. Унан йыраҡ түгел урында шулай уҡ Ремс һәм Ягст йылғалары башлана, улар Неккар йылғаһына ҡоя. Алендан көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта Шваб Альб тауҙарының армыты башлана, төньяҡтараҡ — Ельванген тауҙары тора.
Яҡынса 150—160 йылдарҙа хәҙерге Ален территорияһында рим форты төҙөлгән була.
Ҡала XIII быуатта нигеҙләнгән, XIV быуат яҙма сығанаҡтарында телгә алына. 1360 йылдан алып1802 йылға тиклем ҡала империяның ирекле ҡалаһы булған, аҙаҡтан ул Вюртемберг тарафынан баҫып алынған. 1634 йылда ҡалала көслө янғын була.
Халыҡ һаны үҫеше динамикаһы түбәндәгесә: 1800 йыл — 1,9 мең кеше, 1850 йылда — 3,5 мең кеше, 1900 йылда — 9,1 мең кеше, 1950 йылда — 25,4 мең кеше, 1975 йылда — 64,7 мең кеше, 2000 йылда — 66,4 мең кеше.
Ҡала менән, 1374 йылдан башлап, бургомистрҙар (2005 йылдан алып — Мартин Герлах) һәм ҡала советы етәкселек итә. Ҡала муниципалитеты биш йылға бер тапҡыр һайлана һәм 48 кешенән тора. 2004 йылда һайлауҙарҙың һуңғы һөҙөмтәләре буйынса муниципалитеттар структураһы түбәндәгесә: ХДС — 22 кеше, СДПГ — 6 кеше, СвДП — 4 кеше, блогы «Әүҙем ҡала халыҡ» блогы — 3 кеше, «Ален өсөн» блогы — 1 кеше.
Ҡала сәнәғәтенең төп тармағы — металл эшкәртеү. Шулай уҡ бында машиналар эшләү, оптика, ҡағыҙ һәм туҡыу сәнәғәте, һыра ҡайнатыу ҙа үҫешкән.
Астма сиренән дауалаусы курорт бар. Ален көрәшселәр командаһы — Германияла көслө командаларҙың береһе.
Ален ҡалаһында Сретение Господня мәхәлләһе (Баден-Вюртемберг) 2005 йылдан алып эшләй. 2009 йылда Мәскәү Патриархаты тарафынан рәсми рәүештә теркәлгән. Ғибәҙәт ҡылыуҙар изге Маркус инжил сиркәүендә үткәрелә. Адресы :
Erwin-Rommel-16 Straße, 73430 Aalen
Мәхәлләнең дин әһеле — игумен Максим (Шмидт). Икенсе дин әһеле — иерей Алексий Пимонов.
Иҫтәлекле араһындары — Изге Николай сиркәүе (1765), боронғо рим музейы, геология-палеонтология музейы.
Ҡаланың үҙенсәлекле символы булып «шпионлы» тарихи ҡала ратушаһы тора. Ален ҡала ратушаһынан бейегерәк менеп ҡараһаң, бина башында тәмеке төрөпкәһен ауыҙына ҡапҡан, мыҫҡыллы йылмаған һәм башын төрлө яҡҡа борғолап торған һаҡаллы ир-егет башын күрергә мөмкин. Был Ален шпионы, ҡала граждандары уға һәйкәл ҡуйған. Һәйкәл император армияһына һөжүм яһаусыларҙан ҡотолоп ҡалыу иҫтәлегенә ҡуйылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.