Адыл батыр (Иҙел батыр, cыу. Атӑл Паттӑр — «Волга (Иҙел) баһадиры, батыры») — сыуаш фольклорының персонажы. Риүәйәт буйынса сыуаштарҙың ҡыйыу батшаһы (cыу. патша)[1]. Ул халыҡты дошмандарҙан ҡурсалаған.

«Адыл Батыр» әкиәте Кашкар Мигулиҙан И. С. Тукташ тарафынан яҙып алынған[2]. Әкиәттә Волгала (Иҙелдә) тыуған ҡаһарман Ҡояшты ике башлы бөркөттөң тотҡононан азат итеп, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыуы бәйән ителә[2][3]. Һуңғы ҡаты алышта ул аҡ атҡа атланып дошман ғәскәренә бәреп инеп, уларҙы осло ҡылыс менән сабып килә. Дошмандар уның ҡалҡанына йөҙәрләгән уҡ һалған. Яугирҙар ете тапҡыр батырҙың ҡалҡанын алмаштырған, ә ҡалҡанды һәр саҡ ете яугир көс-хәл менән күтәргән. Һигеҙенсе тапҡыр алыштырғанда, батырҙың йөрәге уҡ менән яраланып, ул һәләк була. Риүәйәт буйынса, сыуаш халҡы уның хөрмәтенә йылғаға Атӑл (рус. Волга) тип исем биргән[1].

Әҙәбиәттә

Адыл батырҙың образы Мишши Сеспелдең «Урман балалары» (cыу. «Вӑрман ачисем», 1918) хикәйәһендә һүрәтләнгән. Унда сыуаштар боронғо замандарҙа уларҙың Атл исемле ҡыйыу батыры булыуы, уның яуҙа һәләк булыуы һәм «алтын табутта, диңгеҙ төбөндә» ерләнеүе хаҡында йырлай.

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.