Абдулов Марсель Хәбиб улы (8 май 1930 йыл — 23 ноябрь 2007 йыл ) — инженер-урмансы, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының урман хужалығы министры, БАССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы (1978), Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Абдулов Марсель Хәбиб улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 8 май 1930[1] |
Тыуған урыны | Ҡуранса ауылы[d], Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 ноябрь 2007[1] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
Марсель Хәбиб улы Абдулов 1931 йылдың 8 майында Башҡорт АССР-ыны Өфө кантоны [2] Ҡуранса ауылында (хәҙер бөткән) тыуған.
1953 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, белеме буйынса инженер-урмансы.
- 1953-54 — Нуриман урман хужалығында өлкән урмансы;
- 1954—1961 йылдар — Ҡыҙыл Шишмә урман хужалығы директоры, Башҡорт АССР-ы урман хужалығы һәм урмандарҙы яҡлау инспекцияһы башлығы;
- 1966—1991 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының урман хужалығы министры;
- 1991—1996 йылдарҙа — Халыҡ-ара урман институтының Башҡортостан региональ үҙәге директоры.
Марсель Хәбиб улы Башҡоpтостан Республикаһы урман хужалығы үҫешенә ҙур өлөш индерә:
- урмандарҙы тергеҙеү һәм ағас ултыртыу эштәре башҡарыла;
- урман орлоҡ базаһы туплана;
- ауыл хужалығы ерҙәрендә һаҡлағыс урман булдырыла;
- тәбиғәт зоналарында урман хужалығын комплекслы алып барыу ысулы уйлап табыла һәм практикаға индерелә;
- текә ярҙарҙы емерелеүҙән һаҡлау өсөн һәм йырындарҙың киңәйеүен туҡтатыу сараһы итеп ағас ултыртыу технологияһы эшләнә;
- дарыу үҫемлектәренең сәнәғәт плантациялары булдырыла.
Уның инициативаһы менән Рәсәйҙә беренсе лимонарий һәм урман аҙыҡтарын эшкәртеү цехы (әлеге ваҡытта ла эшләүсе)[3] төҙөлә, 1973 йылда Өфө урман музейы асыла[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- ике «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (1966, 1976)
- «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены (1981)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971).
Хеҙмәттәре
56 баҫма, шул иҫәптән 2 монографик эш авторы.
Хәтер
2015 йылдың майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Урманды һаҡлау үҙәге бинаһына, элек Башҡорт АССР-ның Урман хужалығы министрлығы урынлашҡан йортта, мемориаль таҡта ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.