Башҡорт халыҡ йыры From Wikipedia, the free encyclopedia
«Абдрахман», «Абдрахман кантон» — киң билдәле башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй). Башҡа йырҙар менән бер рәттән 2020 йылда «башҡорт халыҡ йыры» тигән патент ала[1][2].
Абдрахман | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Башҡарыусы/артист | Абдулла Солтанов, Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы һәм Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Оҙайлылыҡ | 3,5 Минут |
«Абдрахман» йырының тәүге варианттарын С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендә (Күсей ауылы янындағы Рәмиевтарҙың Солтан приискыһында, Күлтабан янындағы йәйләүҙә, Юлыҡ ауылында) яҙып алған. Йыр варианттары менән С. Г. Рыбаковтың «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» китабында баҫыла[3].
Йырҙың варианттарын шулай уҡ М. М. Вәлиев, С. Ә. Галин, Л. Н. Лебединский һәм башҡа ғалимдар яҙып алған.
«Абдрахман» йыры лирик-эпик йөкмәткеле, унда мәкерлек һәм хыянат темаһы сағыла. Йыр 6-сы башҡорт кантоны начальнигы Абдрахман Биктимеровҡа (1780—1826) арнала. Ул халыҡ араһында ихтирам ҡаҙана, әммә ялған ошаҡ һөҙөмтәһендә енәйәттә нахаҡҡа ғәйепләнә. Йырҙың көйө һәлмәк, зарлы.
«Абдрахман» башҡорт халыҡ йырын иң оҫта башҡарыусылар тип Г. З. Сөләймәнов, Р. Ф. Йәнбәков һанала. Йырҙы эшкәртеүсе композиторҙар — Р. А. Мортазин (скрипка менән оркестр өсөн , М. З. Баширов (хор a cappella өсөн),Н. Г. Сабитов (хор өсөн).
Йырҙың көйө Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында, «Гөлнәзирә» балетында ҡулланыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.