SIM-карта
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
SIM-карта (ингл. Subscriber Identification Module — абоненттарҙы идентификациялау модуле) — мобиль элемтәлә ҡулланыла торған, абонентты идентификациялау модуле.
SIM-карта GSM селтәрҙәрендә ҡулланыла. Ҡалған заманса мобиль селтәрҙәр шулай уҡ бүтән төрлө идентификация модульдәрен ҡуллана, ғәҙәттә тыш яҡлап SIM менән оҡшаш һәм функцияларыла оҡшаш — UMTS селтәрҙәрендә USIM, CDMA селтәрҙәрендә R-UIM һ. б.
1G селтәрҙәрендә абонент кеҫә телефонының завод номеры (ESN (Electronic Serial Number)) буйынса идентификацияланған. Шулай итеп, кеҫә телефоны һәм абонент бер код менән идентификацияланғандар. Бындай торош, абонент номеры һәм бирелә торған хеҙмәттәр пакеты, тулыһынса конкрет телефонға бәйләнгәнлек тыуҙыра. Кеҫә телефонын алмаштырғанда (шулай уҡ ватылған йәки телефон урланған хәлдә), абонент, телефондың яңынан программаһын үҙгәртеү һәм серия номерын операторҙың базаһына индереү өсөн, оператор офисына мөрәжәғәт итергә тейеш була, ҡайһы бер операторҙар бының өсөн түләү алғандар.
Абоненттың номерын телефондан айырым идентификациялау уңайлы икәне күренеп тора. GSM стандартында абонентты (SIM-карта ярҙамында) һәм ҡоролманы (бының өсөң IMEI (International Mobile Equipment Identifier — мобиль ҡоролманың халыҡ-ара идентификаторы)ҡулланыла) айырым идентификациялау тәҡдим ителә.
GSM SIM-карта ябай ISO 7816 смарткартаның бер төрө булып тора. GSM SIM картаһының специфик үҙенсәлектәрен Европа телекоммуникация стандарттары институты ҡуя, документтары GSM 11.11, GSM 11.14 һәм GSM 11.19.
SIM-картаның төп функцияһы — аккаунттың идентификациялау информацияһын һаҡлау. Был хәлдә абонентҡа тиҙ һәм еңел итеп телефон аппараттарын алмаштырырға мөмкинлек бирә, ҡыҫҡаса SIM-картаны икенсе телефонғағына күсереп ҡуйырға мөмкин. Бының өсөн SIM-картаға ПО менән микропроцессор инә һәм картаны эшләгән ваҡытта яҙыла торған идентификациялау асҡыстары (IMSI, Ki һ. б.) бирелә.
Шулай уҡ SIM-карта бер-нисә информацияларҙы һаҡлай ала, форматы һәм күләме сикләнгән, мәҫәлән абоненттың телефон китабын, ингән/сыҡҡан телефон номерҙары исемлеген, SMS-хәбәрҙәре тексын.
SIM-карта юғалған хәлдә абонент кисекмәҫтән операторҙы белдерергә тейеш, юғалған картаны блокировкаға ҡуялар, һәм абонентҡа яңы карта бирелә. Телефон номеры, балансы һәм тоташтырылған хеҙмәттәр был хәлдә үҙгәрмәй.
SIM-карталар тулы размерлы итеп эшләнелә, иҫке стандартлы телефондарҙа ҡулланыу өсөн. Заманса телефондарҙа ҡулланыу өсөн Mini/Micro-SIM модулен бер тапҡыр тулы размерлы картанан алыу («ватыу») мөмкинселеге ҡаралған.
SIM-карта сығарылған ваҡытта уға дүрт һанлы PIN-код бирелә. Картаға яҙылған була, шулай уҡ абонентҡа бирелә.
ICCID — (ингл. Integrated Circuit Card Id). Ошо код SIM-картаға баҫыла. ITU-T E.118[1] стандарты менән ICCID уҡыла. Был стандарт буйынса ICCID — 19 һандан тора:
ICC ID-тың беренсе 7 һанының атамаһы бар — Issuer Identification Number (эмитентты идентификациялау номеры), һәм һәр, SIM-карт сығарыуҙы планда тотҡан, элемтә операторына ITU бирелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.