4 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 35-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 330 көн ҡала (кәбисә йылында 331).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Кешелек туғанлығы көнө.
- Яҡшы кәйеф көнө.
- Резина калуштың тыуған көнө.
- Яман шеш менән көрәш көнө.
- Милли
- Һөнәри
- 900 йыл: Людовик IV Сабый Форххаймдағы йыйында көнсығыш франктар короле итеп иғлан ителә.
- 960 йыл: Тай-цзу Ҡытай императоры тәхетен ала, Сун династияһы хакимлығы башлана.
- 1508 йыл: Максимилиан Габсбург Тренто ҡалаһында Изге Рим империяһы императоры титулын ҡабул итә.
- 1719: Пётр I Рәсәй империяһында халыҡ иҫәбен алыу тураһында указ сығара.
- 1722: Петр I «Рангтар тураһында табель» индерә.
- 1755: Мәскәү дәүләт университеты эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мансуров Гизәр Әхтәм улы (1930—11.05.2013), ғалим-селекционер, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1959 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире; 1992—2003 йылдарҙа Ботаника баҡса-институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм лаборатория мөдире; 2000 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 2011 йылдан — уҡыу-фәнни үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1996 йылдан Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республика советы президиумы рәйесе, 2003 йылдан — почётлы рәйесе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Баштирмә ауылынан. Телсе-ғалим Әхтәм Мансуровтың улы.
- Бураҡанов Нәғим Миңлехужа улы (1950), инженер. 2003—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеүенең Өфө районы буйынса инспекцияһы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Йәнбәков Азат Нотфулла улы (1955), Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010).
- Николай Красников (1985), спортсы, боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған (2008) һәм халыҡ-ара класлы (2003) спорт мастеры. Шәхси зачётта һигеҙ тапҡыр, команда зачетында ун ике тапҡыр донъя чемпионы, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004). Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһе Шадринск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дробота Василий Егорович (1912—1979), хеҙмәт алдынғыһы. 1953—1972 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының ветеринар фельдшеры, бригадиры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Ғабдрахманов Хәйфулла Ғабдрахман улы (1927—19.08.2005), нефть сәнәғәте алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1995 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы слесары һәм операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1969), РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1981). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), «Почёт Билдәһе» (1966) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Гөблөкөсөк ауылынан.
- Әхмәтгәрәев Әҡмәлетдин Йыһан улы (1932—28.08.2002), нефтсе, йәмәғәтсе. 1956 йылдан «Туймазыбурнефть» тресы быраулаусыһы һәм быраулау мастеры, 1970 йылдан Нефтекама быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры, 1974—1993 йылдарҙа смена начальнигы. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
тулы исемлек
- Мөлөков Муса Ғайса улы (1937—9.06.2022), журналист, ғалим-әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. 1986 йылдан «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире, 1991—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1979), доцент (1991). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2012), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Һынны (Иҫке Һынны) ауылынан.
- Муллабаева Ләлә Зөфәр ҡыҙы (1947—2010), педагог. 1982—2010 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
- Нурлығаянов Фират Баян улы (1947), юғары мәктәп ветераны. 1970—2014 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1992 һәм 1997—2000 йылдарҙа физика-математика факультеты деканы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1979), доцент (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2000), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Иванов Виталий Николаевич (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1981—2015 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта мәктәбе директоры. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Насретдинов Фәүәрис Хәниф улы (1957), ауыл хужалығы ветераны. Борай ремонт-техник предприятиеһының элекке водителе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Ғәлләмов Рәфил Әмин улы (1962), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2000—2006 йылдарҙа Тәтешле район хакимиәте башлығының урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; Балтас район хакимиәтенең элекке башлығы, «Башсельхозтехника» предприятиеһының элекке генераль директоры. Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Иҫке Һикәяҙ ауылынан.
- Петрова Лилиана Рафиҡ ҡыҙы (1972), ғалим-социолог. Башҡорт дәүләт университетының Идара һәм эшҡыуарлыҡ именлеге институты уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Агишев Иҙел Миһран улы (1928—2008), телсе, лексиколог, йәмәғәтсе. 1964—1991 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты лексикография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
- Әхмәт Лотфуллин (1928—10.07.2007), рәссам. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Сәнғәт академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982).
- Макаров Агавий Григорьевич (1933), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1970—1979 һәм 1989—2002 йылдарҙа Ҡалтасы районының баш ветеринар табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар табибы. Сығышы менән Дүртөйлө районынан.
- Вәлиәхмәтов Рифат Миңләхмәт улы (1938—25.06.2014), ғалим-педагог. Хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетын ойоштороусы. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. СССР-ҙың мәғариф, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре, Физик культура һәм спорт отличнигы.
- Маликова Йондоҙ Таһир ҡыҙы (1948), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1992—2003 йылдарҙа Кушнаренко үҙәк район дауаханының баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Үлмәҫова Светлана Викторовна (1953—6.04.2009), спортсы. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978). Ике тапҡыр Европа (1978, 1982) һәм СССР (1975) чемпионы.
- Әҙиәтов Данис Ғәниәт улы (1958), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. Ҡариҙел районы Кирҙә ауыл участка дауаханаһының элекке баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Солтанов Әхмәҙи Сафуан улы (1904–?), урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1933—1938 йылдарҙа Хәйбулла район советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш (1951—1955) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Сәлихов Шәйхелислам Ғүмәр улы (1914—19.06.1978), совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Боҫҡаҡ ауылынан.
- Нәзиров Ромэн Ғафан улы (1934—16.01.2004), әҙәбиәт белгесе-ғалим. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2004 йылдарҙа рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1997).
- Вәхитов Шамил Хөснулла улы (1954), ауыл хужалығы, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, зоотехник-ғалим. 1992 йылдан Мәләүез районы хакимиәте башлығы; 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Дәүләт ер комитеты рәйесе, 2007 йылдан – ауыл хужалығы министры; 2010–2012 йылдарҙа Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм почётлы ер төҙөлөшө белгесе. Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының, Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы.
- Иванова Наталья Сергеевна (1954), сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке йыйыусыһы, быяла-сус производствоһы контролеры, бригадиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе.
Дөйөм исемлек
- 1933: Жак Превер, Франция шағиры, сценарист.
- 1933: Игорь Кваша, СССР һәм Рәсәй-ҙең театр һәм кино актёры, режиссёр, телетапшырыуҙар алып барыусы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978).
- 1945: Полад Бюль-Бюль Оглы, СССР һәм Әзербайжан йырсыһы, дәүләт эшмәкәре һәм дипломат. Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы (1982).
- 1975: Луис Джордан, джаз музыканты, композитор.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға