29 февраль — григориан стиле буйынса кәбисә йылында йылдың 60-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 306 көн ҡала. Кәбисә түгел йылда берҙән-бер булмаған көн.
Ҡыҫҡа факттар Алдағы, Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- : Оверклокер көнө.
- Милли
- Һөнәри
- 1504 йыл: Христофор Колумб Ай тотолоу күренешен Ямайка индеецтарын ҡурҡытыу өсөн файҙалана.
- 1696 йыл: Пётр I Аҙау походына тәүге караптар төҙөүгә үҙе етәкселек итер өсөн Воронежға килә.
- 1720: Швеция королеваһы Ульрика Элеонора үҙенең ире ландграф Фридрих Хессе-Кассель (Фридрих I) файҙаһына тәхеттән баш тарта.
- 1880: Альп тауҙары аша Италия менән Швейцарияны тоташтырған Готард тимер юл тоннелен төҙөү тамамлана.
- 1888: АҠШ инженеры Герман Холлерит табулятор (тәүге электр иҫәпләү машинаһы) уйлап таба.
- 1936: Нильс Бор атомдың планетар төҙөлөшөн тәҡдим итә.
- 1952: Дик Баттон фигуралы шыуыу буйынса бишенсе тапҡыр донъя чемпионы була.
- 1976: Танэгасима япон космодромынан «Ume» фәнни-тикшеренеү юлдашы осорола.
- 2004: Жан-Бертран Аристид төшөрөлгәндән һуң Гаитиҙың ваҡытлы президенты итеп Гаити Юғары судының баш судьяһы Бонифас Александр антҡа килтерелә, был вазифаны ул 2006 йылға тиклем үтәй.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Йәнтилин Рәхмәтулла Һибат улы (1928—12.06.2004), шахтёр. 1970—1985 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай карьеры бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған шахтёры (1986). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Кәрешкә ауылынан.
- Нәбиуллин Ревинер Сәмиғулла улы (1933—18.11.2009), киномеханик. 1957 йылдан Дүртөйлө районы Йосоп ауылы киномеханигы, 1993—1995 йылдарҙа мәҙәниәт йорто директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), СССР-ҙың кинематография отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Гаврилова Валентина Борисовна (1948—18.03.2007), педагог. 1969 йылдан Салауат ҡалаһының 15-се урта мәктәбе, 1988 йылдан — 10-сы лицей уҡытыусыһы, 1998—2007 йылдарҙа — директор уынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983). Сығышы менән Анджеро-Судженск ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1920: Илья Исаакович Нусинов, СССР драматургы, киносценарийҙары авторы.
- 1920: Мишель Морган, Франция киноактрисаһы.
- 2008: Джанет Каган, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға