From Wikipedia, the free encyclopedia
1 Май (Первомайский) районы — Дондағы Ростов ҡалаһы райондарының береһе. Дондағы Ростовта 1936 йылдың 15 декабрендә төҙөлгән.
1 Май (Первомайский) районы | ||
| ||
Дондағы Ростов | ||
---|---|---|
Тәүге телгә алыу: |
1936 | |
Майҙаны: |
44,1 км² | |
Халыҡ һанын иҫәпләү: |
2016 | |
Халыҡ һаны: |
↗184 783[1] кеше | |
Телефон кодтары: |
863 | |
Рәсми сайт |
1 Май (Первомайский) районында 1922 предприятие урынлашҡан, уларҙа 58300 кеше эшләй. Хаҡлы рәүештә райондың символы һәм визит карточкаһы тип аталалар: ауыл хужалығы машиналары төҙөү, авиация комплексы, приборҙар эшләү предприятиеләре. Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (ЯСЙ) «Ростсельмаша КЗ», Федераль дәүләт унитар предприятие (ФГУП) «Прибор», асыҡ акционер йәмғиәте (ААЙ) «Гранит» , ААЙ «Донавиа», ААЙ «Ростов гражданлыҡ авиация заводы № 412», ЯСЙ «Бизон», ААЙ «Алмаз» кеүек предприятиеләр Рәсәйҙән ситтә йыраҡҡа билдәле.
Район территорияһында «Сельмаш» ҡала яны бәйләнеше тимер юл вокзалы урынлашҡан. Төньяҡ Кавказда иң эре Ростов аэропорт комплексы самолеттарҙың осоу-ултырыу һыҙаттары менән 400 гектар майҙанда урынлашҡан. Аэропорт халыҡ-ара талаптарға ярашлы йыһазландырылған, аэровокзал бинаһының майҙаны 17 мең m² ашыу, халыҡ-ара һәм эске осоштар географияһы киң.
Районда 15 баҙар, 4 ҡунаҡхана, 714 магазин урынлашҡан.
Районда 50 белем биреү учреждениеһы эшләй, шуларҙың икәүһе юғары уҡыу йорттары, 20 мәктәп, биш урта махсус белем биреү учреждениеһы, 23 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы.
Ҡаланың Островский исемендәге иң ҙур мәҙәниәт һәм ял паркы 200 000 квадрат метр майҙанды биләй, был территорияла даими эшләгән балалар тимер юлы бар, ҡалала иң боронғо автомәктәп «Автоград»(1974 йылда ойошторола, идея авторы, ойоштороусы, комплекс конструкторы, төҙөлөштө ойоштороусы һәм тәүге директоры Евгений Трубачев Дмитриевич. Башта балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен популярлаштырыу һәм автодело уҡытыу өсөн Балалар Автомәктәбе булараҡ төҙөлгән. Хәҙер «Ростов үҫмерҙәр автомобиль мәктәбе» федераль автоном учреждениеһы тип үҙгәртелде. Төп йүнәлеше коммерция нигеҙендә 14 йәштән алып бөтә теләүселәрҙе машина йөрөтөргә өйрәтеү), һыйҙырышлылығы 15,8 мең кеше булған күп профилле спорткомплекс «Олимп-2».
Шулай уҡ ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ял итһен өсөн ҡаланың яһалма һыу ятҡылығы — «Ростов диңгеҙе» — булдырылған, уның һыу ятыу майҙаны (акваторияһы) 52 гектар, киң япраҡлы һәм ылыҫлы ағас тоҡомдарынан киң ағас паркы зонаһы бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.