Өҫтәл теннисы
Олимпия спорт төрө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Өҫтәл теннисы (шулай уҡ пинг-понг атамаһы менән дә йөрөтөлә[2][3]) — олимпия спорт төрө, ракетка һәм уртанан селтәр менән бүленгән уйын өҫтәле файҙаланылған туплы спорт уйыны. Уйын ике дәғүәсе йәки парлап көнәркәш уйнаусылар селтәр аша бер-береһенә табан теннис тубын һелтәүенән ғибәрәт. Уйынсы ракетка ярҙамында тупты ҡаршы яҡта уйнаусы ҡағиҙәләргә ярашлы кире ҡайтара алмаҫлыҡ итеп бәрергә тейеш. Төп халыҡ-ара турнирҙар — Донъя чемпионаты һәм Олимпия уйындары.
Был мәҡәлә Яҡшы мәҡәләләргә кандидат. |
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Исем ...
Өҫтәл теннисы | |
Нигеҙләү датаһы | 1891[1] |
---|---|
Исем | Gossima[1] һәм Ping Pong[1] |
Етәксе орган | Международная федерация настольного тенниса[d] |
Ил | Англия |
Минимальное число игроков | 2 |
Максимальное число игроков | 4 |
Тасуирлау биттәре |
neal.fun/earth-reviews/t… bouncepingpong.com/about[1] |
Икенсе исеме | Ping-Pong |
Өҫтәл теннисы Викимилектә |
Ябырға
Уйын тарихы XIX быуат аҙағында башлана, 1926 йылда Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһы ойошторола, 1988 йылдан өҫтәл теннисы — олимпия спорт төрө. 2017 йылға өҫтәл теннисы планетала иң популяр спорт төрө исемлегенә инә, һәм уны яратыусылар һаны 850 миллиондан ашыуға барып етә[4][5].