![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/31/Estribos_argentinos_de_plata._Museo_de_Am%25C3%25A9rica.jpg/640px-Estribos_argentinos_de_plata._Museo_de_Am%25C3%25A9rica.jpg&w=640&q=50)
Өҙәңге
From Wikipedia, the free encyclopedia
Өҙәңге рус. стре́мя, стремено́ — эйәр монаяты, һыбайлыға атҡа менгәндә һәм һыбай китеп барғанда тотороҡлоғон һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. IV быуатта уйлап сығарылған һәм бөтә донъя буйынса тиҙ генә таралып киткән. Уның барлыҡҡа килеүе һыбайлыларға ҡылыс һәм һөңгө менән иркен файҙаланыу мөмкинлеген тыуҙырған, ә был үҙ сиратында күсәбәләргә хәрби хәрәкәттәр тактикаһын һәм стратегияһын, ҡоралланыуҙы үҙгәртергә булышлыҡ иткән.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/82/EnduranceStirrup.jpg/640px-EnduranceStirrup.jpg)
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/e0/AdshoCarnelianSeal.jpg/640px-AdshoCarnelianSeal.jpg)
Өҙәңге бар донъяға тарала — тимер эшләй белгән халыҡтар унан өҙәңге эшләгән. VI быуатта уҡ византия империяһының кавалерия өҙәңге ҡуллана башлай, был уларға готтарҙы еңелргә мөмкинлек бирә. Уларҙан да алда өҙәңге Иранда һәм Ғәрәп ярымутрауында ҡулланыла башлай. Бөйөк Дала күскенселәре лә үҙ эйәрҙәрен камиллаштыра.