Өргөн (күл)
Өргөн — Башҡортостандың Урал аръяғында, Учалы районында урынлашҡан күл From Wikipedia, the free encyclopedia
Өргөн — Башҡортостандың Урал аръяғында, Учалы районында урынлашҡан күл From Wikipedia, the free encyclopedia
Өргөн — Башҡортостандың Урал аръяғында, Учалы районында урынлашҡан күл[1]) Өргөн күле һәм Өргөн ҡарурманы — тәбиғәт һәйкәле (1965 йылдан[2]).
Озеро | |
Өргөн | |
---|---|
Урынлашыуы | |
54°23′51″ с. ш. 59°24′30″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 12010000111112200000317 | |
Монголса монг. өргөн `киң` тигәнде аңлата; башҡорт телендәге шундай уҡ мәғәнәгә эйә иркен һүҙе менән сағыштырығыҙ.
Учалы тимер юл станцияһынан төньяҡта 6 км алыҫлыҡта ята. Оҙонса формала, көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған. Оҙонлоғо 4 километрға яҡын, киңлеге 2,9 км, һыу өҫтө майҙаны — 12 кв. км.
Күл тектоник юл менән барлыҡҡа килгән, төбө тигеҙ, уйпатлы. Тәрәнлеге 2-7 метр, көньяҡ өлөшөндә 5-7 метр, 8 метр тәрәнлектәге иң ҙур уйпаттар үҙәк өлөшөнә тура килә. Бәләкәй аялы утрауы бар.
Гидрографик яҡтан күл Яйыҡ йылғаһы менән бәйле. Уға Мейәс һаҙлығы тип йөрөтөлгән һаҙлыҡлы иңкеүлек буйлап һыу ағып төшә.
Төбө 2,5 метр ҡалынлыҡта булған сапропель ҡатламынан тора. Һыуының химик составы буйынса гидрокарбонат-кальций-магнийлы тоҙло күлдәр иҫәбенә инә. Һыуы уртаса ҡатылыҡта, рН 8,5. Өргөн күленең тирә-яғында күп кенә үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә. Күл эргәһендә һары умырзаяны һаҡлау буйынса ҡурсаулыҡ ойошторолған.
Күлдә ҡыҙылғанат, суртан, сабаҡ, алабуға, һыла, ҡарабалыҡ, табан балыҡ ҡарабалыҡ ҡорман йәки таран, шамбы бәшкәләк, этеш йәки шырт балыҡ густера-ҡорман балыҡтары бар.
1965 йылда Өргән һәм уның тирә-яғы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[3].
Һаҡланған биләмә зонаһы — 3398,0 га. Һаҡланыусы объекттар:
Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияһының (ООПТ) тәғәйенләнеше:
Күл буйында Илсеғол ауыл биләмәһе составына ингән Мулдаш (Өргөн) ауылы , шулай уҡ «Өргөн» туристик комплексы» ял базаһы урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.