Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаттары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы (швед. Nobelpriset i litteratur) — донъяла әҙәбиәт өлкәһендә уңыштар өсөн бирелгән был премияның иң престиж бүлеге. Премия Альфред Нобель тарафынан 27.11.1895 йылда нигеҙләнде (дөйөм биш номаниция булдырылды) [1][2].
Премия 1901 йылдан бирелә. Дөйөм 106 премия бирелде. 7 йылда бүләкләнеү булманы: 1914, 1918, 1935, 1940—1943 йылдар [3]. - Француз шағиры Сюлли-Прюдом беренсе лауреат булды. 2013 йылда премия Канада яҙыусыһы Элис Манроға бирелде. [3]. 1904, 1917, 1966 һәм 1974 йылдарҙа премия ике кешенән береһенә бирелә [3].
1901- 2013 йылдарҙа премия бирелгән лауреаттарға уртаса 65 йәш. Иң йәш лауреат - Редьярд Киплинг, 42 йәшендә, 1907 йылда премияға лайыҡ булды. Иң оло лауреат Дорис Лессинг —88 йәшендә премия алды[3].