From Wikipedia, the free encyclopedia
Әшит ҡала округы — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһенең муниципаль берәмеге. Көнбайыш идара итеү округына ҡарай
Эске бүленеш | {{{ Эске бүленеш }}} |
---|
Әшит ҡала округы | |
Байраҡ | Герб |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ үҙәк | Ачит[d][2] |
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе |
Халыҡ һаны | 13 837 кеше (2023)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 283 метр |
Майҙан | 2071,6 км² |
Рәсми сайт | achit-adm.ru |
Әшит ҡала округы Викимилектә |
Административ үҙәге — Әшит ҡала тибындағы ҡасаба (эшселәр ҡасабаһы).
Өлкәнең административ-территориаль ҡоролошо күҙлегенән ҡарағанда ҡала округы Әшит районы административ-территориаль берәмеге сиктәрендә урынлашҡан[4]
Ҡала округы өлкәнең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Өфө яйлаһының ҡалҡыу тигеҙлеге һәм Урал алды сиктәрендә урынлашҡан. Округ территорияһы 2076 квадрат метр тәшкил итә. Пермь өлкәһе, Красноуфимск округы, Әртә ҡала округы, Түбәнге Серге районы һәм Староуткинск ҡала округы менән сиктәш.
Район Өфө яйлаһының ҡалҡыу тигеҙлеге һәм Урал алды сиктәрендә урынлашҡан. Абсолют бейеклеге: 300-400 метр. Тектоникаһына Рус платформаһы, Герцин йыйырсыҡтары хас. Файҙалы ҡаҙылмалары: тәбиғи газ, нефть (бик аҙ). Торф, балсыҡ, ҡом-ҡырсын материалдары ятҡылыҡтары.
Климат бүлкәте — уртаса, климат өлкәһе — уртаса континенталь; ғинуарҙың уртаса температураһы: −16º С; июлдә уртаса температура : +17ºС; яуым-төшөм: йылына 500-600 мм; kувл > 1.
Әшит районы буйынса Өфө йылғаһы аға.
Һоро урман; кәҫле-көлһыу; аллювиаль; тау-урманлы һоро; ҡара тупрағы көлһыу һәм һелтеле.
Тәбиғәт зоналары — төньяҡ урман.
Урмандар: урта һәм көньяҡ-тайга ҡарағайҙары менән шыршылар һәм йәшеллекә бай ҡарағас-ҡарағай менән үлән. Тигеҙлегендә һаҙлыҡлы ҡарағай урмандары.
Ауыл хужалығы ерҙәре болондар һәм дала болондарын биләй.
Әшит районы 1924 йылдың 27 февралендә Урал өлкәһенең Көнгөр округы составында ойошторола. Тәүҙә район 13 ауыл Советын үҙ эсенә ала: Афанасьев, Әшит, Березов, Быков, Үрге Ирген, Үрге Тисин, Кошаев, Конев, Судницин, Тюшин, Утин, Һатлыҡ, Ялым. 1932 йылдың 1 ғинуарында Әшит районы бөтөрөлә һәм Красноуфимск районы составына индерелә.
1935 йылдың 25 ғинуарында Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән Әшит районы Свердловск өлкәһесоставында яңынан тергеҙелә һәм Артемейков, Афанасьев, Әшит, Березов, Быков, Верхнепотам, Верхнесаинск, Ғәйнә, Зуев (Сажин), Кленов, Корзунов, Урыҫ-Потамский, Судницин, Тюшин, Утин һәм Ялым ауыл советтарын үҙ эсенә ала. 1936 йылда Березов ауыл Советы Шалы районына тапшырыла. Шул уҡ йылда Малоуткин һәм Өфө ауыл советтары ойошторола, ә Ғәйнә ауыл Советы бөтөрөлә. 1939 йылда Артемейков һәм Верхнепотам ауыл советтары бөтөрөлә.
1945 йылдың Кленов һәм Зуевский ауыл советтары Әшит районынан алып яңы ойошторолған Бисерт районы составына индерелә.
1954 йылда Судницин ауыл Советы Өфө ауыл Советы тип атала башлай. 1957 йылда Манчаж районынан Үрге Арый ауыл Советы Әшит районына тапшырыла. 1958 йылда Ялым ауыл Советы Зарин ауыл Советы тип атала башлай.
1960 йылда Үрге Арый ауыл Советы Арый ауыл Советы тип кенә атала. 1961 йылда Арый ауыл Советы Манчаж районына тапшырыла. 1963 йылдың 1 февраленән 1966 йылдың 30 декабренә тиклем Әшит районы бөтөрөлә, уның территорияһы Красноуфимск районы составына инә. Ҡайтанан тергеҙелгән район составына Арый, Афанасьев, Әшит, Бакряж, Зарин, Каргин, Ключевская, Корзунов, Урыҫ-Потамский, Судницин, Тюшин һәм Утин/Әшит ауыл советтары инә. 1968 йылда Әшит эшселәр ҡасабаһы статусын ала.
1975 йылда Утин ауыл Советына Оло Утин исеме бирелә. 1977 йылда Судницын ауыл Советы бөтөрөлә һәм Үрге Тисин ауыл Советы ойошторола[5].
1996 йылда Әшит районы «Әшит районы» муниципаль берәмеге тип үҙгәртелә. Әшит районы хакимиәте «Әшит районы» муниципаль берәмеге хакимиәте тип атала.
2004 йылдың 12 октябрендә Әшит районына ҡала округы статусы бирелә[6].
2005 йылда яңы Устав ҡабул ителә һәм 2006 йылдың 1 ғинуарынан муниципаль берәмек Әшит ҡала округы тип атала[7].
Өлкәнең административ-территориаль ҡоролошо сиктәрендә Әшит районы административ-территориаль берәмеге йәшәүен дауам итә.[4]
2016 йылдың 15 февралендә Әшит район суды бөтөрөлә[8].
Ҡала округы һәм район составына 53 тораҡ пункты инә. Ҡала округында улар урындағы хакимиәттең 11 (2012 йылға тиклем 13) территориаль органдары — территориаль идаралыҡтарына административ буйһоноулы. 2017 йылдың 1 октябренә тиклем районға 11 административ-территориаль берәмек (1 эшселәр ҡасабаһы һәм 10 ауыл Советы) инә[4][18]. 2010 йылдың 15 июленән район биләмәһендә Ольховка ауыл тораҡ пункты ойошторола.Невозможно определить количество столбцов
Ҡала округының һәм райондың тораҡ пункттары исемлеге | |||||
---|---|---|---|---|---|
№ | Тораҡ пункты | Тораҡ пунктының тибы[19] | Халҡы | Ҡала округының биләмә идаралығы | Административ- территориаль берәмек райондың[19] |
1 | Алап | деревня | 0[11] | Русскопотамское | Русскопотамский сельсовет |
2 | Артемейкова | деревня | 112[11] | Русскопотамское | Русскопотамский сельсовет |
3 | Афанасьевский | посёлок | 264[11] | Афанасьевское | Афанасьевский сельсовет |
4 | Афанасьевское | село | 925[11] | Афанасьевское | Афанасьевский сельсовет |
5 | Әшит | пгт, административүҙәк |
| Әшит | Әшит эшселәр ҡасабаһы |
6 | село | 669[11] | Бакряжское | Бакряжский сельсовет | |
7 | деревня | 6[11] | Арийское | Арийский сельсовет | |
8 | село | 503[11] | Большеутинское | Большеутинский сельсовет | |
9 | село | 253[11] | Бакряжское | Бакряжский сельсовет | |
деревня | 247[11] | Верхтисинское | Верхтисинский сельсовет | ||
10 | деревня | 96[11] | Арийское | Арийский сельсовет | |
11 | деревня | 271[11] | Русскопотамское | Русскопотамский сельсовет | |
12 | деревня | 3[11] | Большеутинское | Большеутинский сельсовет | |
13 | деревня | 415[11] | Заринское | Заринский сельсовет | |
14 | деревня |
| Верхтисинское | Верхтисинский сельсовет | |
15 | деревня | 2[11] | Бакряжское | Бакряжский сельсовет | |
16 | деревня | 111[11] | Ключевское | Ключевский сельсовет | |
17 | деревня | 35[11] | Большеутинское | Большеутинский сельсовет | |
18 | посёлок |
| Заринское | Заринский сельсовет | |
19 | посёлок | 18[11] | Заринское | Заринский сельсовет | |
20 | деревня |
| Тюшинское | Тюшинский сельсовет | |
21 | деревня | 40[11] | Арийское | Арийский сельсовет | |
22 | село | 428[11] | Каргинское | Каргинский сельсовет | |
23 | деревня | 87[11] | Ключевское | Ключевский сельсовет | |
24 | деревня | 77[11] | Каргинское | Каргинский сельсовет | |
25 | деревня | 5[11] | Большеутинское | Большеутинский сельсовет | |
26 | деревня | 0[11] | Афанасьевское | Афанасьевский сельсовет | |
27 | село | 253[11] | Ключевское | Ключевский сельсовет | |
28 | деревня | 24[11] | Большеутинское | Большеутинский сельсовет | |
29 | деревня | 0[11] | Каргинское | Каргинский сельсовет | |
30 | деревня | 102[11] | Ключевское | Ключевский сельсовет | |
31 | деревня | 301[11] | Корзуновское | Корзуновский сельсовет | |
32 | деревня | 64[11] | Ачитское | рабочий посёлок Ачит | |
33 | деревня | 31[11] | Большеутинское | Большеутинский сельсовет | |
34 | деревня | 157[11] | Большеутинское | Большеутинский сельсовет | |
35 | деревня | 117[11] | Большеутинское | Большеутинский сельсовет | |
36 | деревня | 269[11] | Русскопотамское | Русскопотамский сельсовет | |
37 | деревня | 377[11] | Арийское | Арийский сельсовет | |
38 | посёлок | 0[11] | Афанасьевское | Афанасьевский сельсовет | |
39 | деревня | 46[11] | Афанасьевское | Афанасьевский сельсовет | |
40 | посёлок | 3[11] | Корзуновское | Корзуновский сельсовет | |
41 | деревня | 2[11] | Русскопотамское | Русскопотамский сельсовет | |
42 | деревня | 107[11] | Верхтисинское | Верхтисинский сельсовет | |
43 | село | 1024[11] | Русскопотамское | Русскопотамский сельсовет | |
44 | посёлок | 17[11] | Афанасьевское | Афанасьевский сельсовет | |
45 | деревня | 19[11] | Тюшинское | Тюшинский сельсовет | |
46 | деревня | 70[11] | Афанасьевское | Афанасьевский сельсовет | |
47 | деревня | 1[11] | Большеутинское | Большеутинский сельсовет | |
48 | деревня | 70[11] | Арийское | Арийский сельсовет | |
49 | деревня | 0[11] | Каргинское | Каргинский сельсовет | |
50 | деревня | 201[11] | Тюшинское | Тюшинский сельсовет | |
51 | посёлок | ↘3015[11] | Уфимское | рабочий посёлок Ачит | |
52 | деревня | 193[11] | Заринское | Заринский сельсовет |
Археологик ҡомартҡы — Каргин ауылы янында боронғо Кирчигал ауылы эҙҙәре.
Ауыл хужалығы ерҙәре дөйөм майҙандың 35 проценттан ашыу өлөгүшөн тәшкил итә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.