Әхмәдабад
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әхмәдаба́д (гудж. અમદાવાદ— Amdāvād, ингл. Ahmedabad, һинд अहमदाबाद— Ahmadābād) — Һиндостандың көнбайышындағы һәм Гуджарат штатындағы иң ҙур ҡала. Халҡы — 5,8 млн. Сабармати йылғаһы яры буйында, штаттың баш ҡалаһы Гандинагар ҡалаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Әхмәдабад округының административ үҙәге.
Ҡала | |
Әхмәдабад гудж. અમદાવાદ ингл. Ahmedabad | |
Ил |
ҺиндостанҺиндостан |
---|---|
Штат |
Гуджарат |
Координаталар | |
Мэр |
Амит Шах |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
XI век |
Элекке исеме |
Ашавал (Ашапали) |
Майҙаны |
1300 км² |
Бейеклеге диңгеҙ кимәленән |
53 м |
Халҡы |
5 570 585 кеше (2011) |
Агломерация |
6 352 254 |
Милли состав |
гуджараттар һәм башҡалар |
Этнохороним |
ахмадаба́дец, ахмадаба́дцы[1] |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+5:30 |
Телефон коды |
+91 79 |
Почта индексы |
3800xx |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
GJ-1 |
Рәсми сайт | |
1960 йылдан 1970 йылға тиклем Гуджарат штатының баш ҡалаһы. Унан һуң Гандинагар баш ҡала була. Ҡаланы ҡайһы ваҡытта Карнавати тип тә атайҙар. Әхмәдабадҡа 1411 йылда нигеҙ һалына һәм ул Гуджарат солтандарының баш ҡалаһы булып хеҙмәт итә. Уға Әхмәт-шах солтандың исеме бирелгән. Бында туҡыусылыҡ сәнәғәте сәскә ата, шул арҡала уны ҡайһы бер ваҡыттарҙа «Көнсығыш Манчестеры» тип тә атайҙар. Ҡала Һиндостандың үҙаллылығы өсөн көрәштә алғы һыҙыҡта була. Гуджарат штатын булдырғас, Әхмәдабад насар ғына өйҙәре булған ҡаланан, сауҙа үҙәктәре, бейек йорттары булған фәнни-мәғариф, коммерция һәм мәҙәни үҙәккә әйләнә.