From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбү Мөхәммәт Ғабдуллаһ ибн Йософ әл-Ғәдид Ли-Диниллаһ, әл-Ғәдид Ли-Диниллаһ (ғәр. العاضد لدين الله) булараҡ билдәле; рус. Аль-Адид Лидиниллах) — Фатимиҙар хәлифәлегенең һуңғы хәлифәһе.
Әл-Ғәдид Ли-Диниллаһ | |
ғәр. العاضد لدين الله | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 16 май 1151 |
Тыуған урыны | Ҡаһирә, Фатимиҙар хәлифәлеге |
Вафат булған көнө | 13 сентябрь 1171 (20 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡаһирә, Фатимиҙар хәлифәлеге |
Атаһы | Аз-Зафир Биамриллах[d] |
Нәҫеле | Фатимиҙар |
Һөнәр төрө | хәлифә, губернатор |
Биләгән вазифаһы | Фатимидский халиф[d] |
Әл-Ғәдид Ли-Диниллаһ 1160—1171 йылдарҙа идара иткән. Уның вафатынан һуң 1171 йылда Фатимиҙар империяһы тарҡала, ә уның урынында яңы мосолман сөнни дәүләте — күренекле Солтан Сәләх әд-Дин Йософ ибн Әйүп әл-Әйүби нигеҙ һалған Әйүбиҙәр солтанлығы барлыҡҡа килә.
Әл-Ғәдид үҙенең кесе йәштәге ағаһы Әл-Фәйез вафат булғандан һуң 1160 йылда хәлифә тип иғлан ителгән, үҙенә лә 11 йәштәр тирәһе булған. Был ваҡытта Фатимиҙар династияһының йоғонтоһо шул тиклем көсһөҙ була, хатта тәре йөрөтөүселәр Мысырға һөжүм башлай.
Шевар ибн Мөжир, Сүриә әмире Нур әд-Дин Мәхмүт вәкиле, әл-Ғәдид һарайында вәзир вазифаһына өлгәшә (1163—1169) һәм дәүләттең ғәмәлдәге хакимы була һәм Сүриә ғәскәренә таянып, илде хаостан һаҡлап ҡала. Мысырҙың именлеге Нур әд-Дин кәрәк булғанда Шеварға Ширкүх етәкселегендәге Сүриә ғәскәрҙәрен бирә алыуы менән тәьмин ителгән.
Әммә, ахыр сиктә, Ширкүх Шеварҙы үлтерә һәм 1169 йылда уның урынын биләй, ә Ширкүх үлгәндән һуң, уның туғаны Сәләх әд-Дин Мысыр вәзире була.
Әл-Ғәдид билдәһеҙ шарттарҙа 1171 йылда вафат булғас, Сәләх әд-Дин тәхеткә уның вариҫтарының береһен дә ултыртмай, ә мәлик титулы алып, үҙаллы идара итә башлай һәм Әйүбиҙәр династияһына нигеҙ һала (1171—1260).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.