Әлифба Башняһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әлифба Башняһы (груз. ანბანის კოშკი [Анбанис кошки], күберәк Әлифба Башняһы булараҡ билдәле — Грузияла, Батуми ҡалаһында, урынлашҡан130 метр бейеклектәге башня[1]. Башня үҙенең структураһы буйынса ДНК структураһына оҡшаш. Унда грузин яҙмаһы хәрефтәре һүрәтләнгән. Башня диңгеҙ ярынан ҡарағанда ҡаланың төньяғында урынлашҡан, шуның арҡаһында ҡала панорамаһына, шулай уҡ тауҙарға һәм Ҡара диңгеҙгә яҡшы күренеш асыла. Башняны төҙөү өҫтөндә испан CMD Ingenieros, компанияһы эшләй, ә баш архитекторы Альберто Доминго Кабо (ул шулай уҡ Кутаиси ҡалаһындағы)[2]грузия парламенты бинаһының архитекторы була. Төҙөлөш өсөн президент фондынан һәм ҡала мэрияһынан 65 миллион лари аҡса бүленә, әммә 64 миллион ғына кәрәк була[3]. Төҙөлөш үҙе 2010 йылдың 10 октябрендә башлана һәм 2011 йылдың декабрендә тамамлана. Әлеге ваҡытта объектты хеҙмәтләндереү өсөн йыл һайын яҡынса 60 000 лари тотонола[4][5][6].
Әлифба Башняһы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Грузин яҙыуы |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Батуми |
Бейеклеге/буйы | 130 метр |
Әлифба Башняһы Викимилектә |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.