From Wikipedia, the free encyclopedia
Азия әлгәйнәге, себер әлгәйнәге[1] (лат. Tamias sibiricus, рус. Азиатский бурундук)[2] — Евразияла тереклек итеүсе кимереүселәр отрядынан тейен һымаҡтар ғаиләһенән һөтимәр йәнлек. Башлыса, япраҡлы ағас, ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарында осрай.
Әлгәнйәк | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Tamias sibiricus Laxmann, 1769 | ||||||||||||||
|
Һәр ерҙә әҙ һанлы. Кәүҙә оҙонлоғо 17 см-ға, ҡойроғо 12 см-ға ҡәҙәр, ауырлығы 100 г самаһы. Йөн ҡапламы һорғолт-ерән төҫтә, арҡаһында буй-буй 5 ҡара-көрән һыҙыҡ бар. Түше аҡһыл йәки аҡ. Көндөҙ әүҙем. Ылыҫлылар, һирәгерәк япраҡлы ағастар, үләнсел үҫемлек орлоҡтары, бөрөләре, еләк, шулай уҡ бөжәктәр (башлыса, ҡуңыҙҙар), моллюсклар менән туйына. Ҡышҡа аҙыҡ әҙәрләй (уртаса 3—4 кг). Ағас тамырҙары йәки серегән төмзә аҫтына яһаған өнө әлйергәндең һыйыныу урыны булып тора. Ҡыштың күп өлөшөн йоҡлап үткәрә. Ҡар эреп, асылған урындар күренгәс кенә борындык өненнән сыға. Борындык — моногамик хайуан. Көзен парлар барлыҡҡа килә, икенсе йылдың ҙына ғына үрсейҙәр (парлашу — апрель уртаһында). Бер пар әлйергән 5—6 бала тыуҙыра. Һунарсылыҡ хужалығында борфындык ҙур роль уйный, сөнки улар менән ҡиммәтле тире бирә торған йыртҡыс йәнлекләр туҡлана. Ем әҙерләүе менән орлоҡ таратыуға, ағас үҫентеләре таралышына ярҙам итә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.