Әзербайжан тимер юлдары (азерб. Azәrbaycan Dәmir Yolları) — Әзербайжан тимер юлдары селтәренең милли операторы.
Әзербайжан тимер юлдарыы Azərbaycan Dəmir Yolları | |
| |
Тип |
ябыҡ акционер йәмғиәт |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1991 |
Уранлашыуы |
Әзербайжан, Баҡы, |
Төп фигуралар |
Ровшан Рустамов, президент[1] |
Тармаҡ |
Тимер юл транспорты |
Булендек компаниялар |
«Нахичеван тимер юлы» |
Сайт | |
Әзербайжан тимер юлдары Викимилектә | |
Тарихы
1991 йылға тиклем Әзербайжан тимер юлы ойоштороу йәһәтенән өс бүлексәнән (Баҡы, Гәнжә һәм Нахичеван) тора. Әзербайжан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һәм уның тимер юлдарын СССР тимер юлдары министрлығынан айырғандан һуң, үҙгәртеүҙәр үткәрелә.
Өс бүлексәнең икәүһе (Баҡы һәм Гәнжә) бөтөрөлә һәм хәрәкәт хеҙмәте идаралығына тапшырыла. Бынан тыш, элек булған локомотив, вагон хужалығы, пассажирҙар ташыу хеҙмәттәре урынына производство берекмәләре булдырыла, уларға элек хеҙмәттәргә ҡараған инфраструктура күсә. Бөтә локомотив деполары ла «Локомотив» производство берекмәһе составына күсерелә.
2009 йылдың йәйендәге үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә Әзербайжан Дәүләт тимер юлы функциональ рәүештә Әзербайжан тимер юлына алмаштырыла.
Техник характеристикалары
- Тимер юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо — 2125 км.
- Шуларҙан: ике юллы — 800 км.
- оҙонлоғо — 2995 км.
Структураһы
Әзербайжан тимер юлы ойоштороу йәһәтенән етәкселектән (тимер юл начальнигы, урынбаҫарҙар, баш инженер), берекмәләрҙән, производство берекмәләренән — ПБ-нан, хеҙмәттәрҙән һәм предприятиеларҙан тора.
Берләшмәләр:
- Ташыу процестары менән идара итеү
- Матди-техник тәьминәт
- Эшсе тәьминәте
Производство берекмәләре:
- «Локомотив» ПБ
- «Вагонсервис» ПБ
- «Юл хужалығы» ПБ
- «Электр менән тәьмин итеү» ПБ
- «Сигнализация һәм элемтә» ПБ
Хеҙмәттәре:
- Финанс
- Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
- Статистика һәм Иҡтисади планлаштырыу
- Тарифтар һәм Транспорт сервисы
- Техник
- Иҡтисад һәм Хеҙмәт
- Хәүефһеҙлек
- Санитар-медицина
Предприятиелар:
- Тимер-бетон конструкциялар заводы
- Вагондар ремонтлау заводы
- Ҡырсынташ заводы
- Рельс иретеп йәбештереү поезы
- Һыу менән тәьмин итеү дистанцияһы
- Граждандар ҡоролмаларын файҙаланыу
- Техник тәьмин итеү
Әзербайжан тимер юлы составына юл предприятиеһы хоҡуғында Баҡы балалар тимер юлы инә (2009 йылда бөтөрөлә).
Күсмә состав
Эксплуатацияла булғандары
Проекттар
Тиҙ хәрәкәт үҫеше
Проект Әзербайжан — Грузия — Төркиә дөйөм тиҙлек коридорын булдырыу перспективаһы менән Баҡынан Беюк-Кясикка тиклем (Грузия менән сиктәш) юғары тиҙлекле хәрәкәт булдырыуҙы күҙ уңында тота. Халыҡ-ара тендер нигеҙендә проекттың техник-иҡтисади нигеҙләүен Көньяҡ Корея компаниялары үткәрә, һәм улар проектлау тендерында еңә. Проектты үтәүҙең өс төрө тәҡдим ителә: Баҡынан Беюк-Кясикка тиклем айырым тиҙлек линияһын төҙөү, әлеге Баҡы — Беюк-Кясик участкаһында өҫтәмә юлдар һалыу һәм тиҙлек хәрәкәте өсөн Баҡы — Беюк-Кясик линияһын яңыртыу. Айырым линия төҙөү проекты артыҡ ҡиммәт һәм килемһеҙ тип кире ҡағыла. Һөйләшеүҙәр һәм консультациялар барышында тиҙ йөрөшлө тимер юлдарҙы яңыртыуҙы күҙ уңында тотҡан өсөнсө вариант һайланыуы мөмкин. Был проект буйынса пассажир поездарының башланғыс тиҙлеге 120 км/сәғ, артабан 160 км/сәғ, аҙаҡ сәғәтенә 200 км-ҙан ашыу тәшкил итәсәк. Проект буйынса, Кавказдан Европаға берҙәм халыҡ-ара тиҙлек коридорын булдырыу өсөн, Грузия һәм Төркиә тимер юлдарын тоташтырып, юғары тиҙлекле хәрәкәтте артабан үҫтереү күҙ уңында тотола. Алыҫ киләсәктә, пассажирҙар ағымы артҡан һайын, өҫтәмә юлдар төҙөп, хәрәкәт тиҙлеген 300 км/сәғ тиклем арттырыу күҙаллана.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Железнодорожный транспорт в Азербайджане
- Азербайджанская железная дорога
- Железная дорога Баку — Тбилиси — Карс
- Узкоколейные железные дороги в Азербайджане
- Электропоезда Баку — Сабунчи — Сураханинской электрифицированной железной дороги
- Закавказская железная дорога
- Транспорт в Азербайджане
- День работников азербайджанской железной дороги
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.