![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/e0/Emblem_of_Azerbaijan_%2528simmetric%2529.svg/langba-640px-Emblem_of_Azerbaijan_%2528simmetric%2529.svg.png&w=640&q=50)
Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы
үҙәк банк / From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы (әзерб. Azərbaycan Respublikasının Mərkəzi Bankı) — Әзербайжандың үҙәк банкы. Әзербайжан Республикаһы Президентының «Әзербайжан Республикаһының Милли банкын булдырыу тураһында»ғы 1992 йыл 11 февраль указы менән ойошторолған. Әзербайжан Республикаһында 2009 йылдың 18 мартында үткәрелгән Референдумдың «Әзербайжан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр тураһында»ғы Акты көсөнә инеүгә бәйле, Әзербайжан Республикаһы Милли банкының атамаһы Әзербайжан Республикаһы Үҙәк банкы тип үҙгәртелә.
Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы | |
Нигеҙләү датаһы | 11 февраль 1992 |
---|---|
![]() | |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | Governor of the Central Bank of Azerbaijan[d] |
Етәксе | Талех Кязымов[d] |
Дәүләт |
![]() |
Юрисдикция таралышы | Әзербайжан |
Хужаһы | Әзербайжан |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Баҡы, Әзербайжан |
Рәсми сайт | cbar.az |
Целевая процентная ставка | 5,25 процент |
![]() |
Әзербайжан Республикаһы Үҙәк банкының статусы, маҡсаттары, функциялары һәм вәкәләттәре, идаралығы һәм ойоштороу структураһы, шулай уҡ уның үҙәк банк булараҡ дәүләт власы органдары һәм башҡа шәхестәр менән мөнәсәбәттәре «Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы тураһында» Әзербайжан Республикаһының 2004 йыл 10 декабрь Законы менән көйләнә. Илдең милли валютаһы эмиссияһы буйынса функцияға тик Үҙәк банк ҡына эйә булыуы Әзербайжан Республикаһы Конституцияһы менән нығытылған. Үҙенең эшмәкәрлегендә Әзербайжан Республикаһы Үҙәк банкы Әзербайжан Республикаһының башҡа закон акттарына һәм Әзербайжан Республикаһы хуп күргән халыҡ-ара договорҙарға ла таяна. Банктың административ бинаһы Баҡы ҡалаһында урынлашҡан.