Һуғыш сәнғәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Һуғыш сәнғәте» (ҡыт. ғәҙәти 孫子兵法, ябайл. 孙子兵法, пиньин: Sūn Zǐ bīng fǎ, палл.: Сунь-Цзы, һүҙмә-һүҙ урыҫсаға тәржемәһе — «Законы войны (военные методы) почтенного (учителя) Суня»; башҡортса — «Мөхтәрәм (остаз) Сунь-Цзының һуғыш ҡанундары (хәрби алымдары)»; башҡа исемдәре: Трактат Учителя Суня — Остаз Сунь трактаты; Сунь-Цзы о военном искусстве — Сунь-Цзы хәрби маһирлыҡ хаҡында) — хәрби стратегияға һәм сәйәсәткә арналған киң билдәле Боронғо Ҡытай трактаты. Авторы — беҙҙең эраға тиклем (б. э. т.) VI быуатта йәшәгән ҡытай стратегы һәм аҡыл эйәһе Сунь Цзы. Трактат 13 бүлектән (главанан, ҡытайса пянь) тора. "Хәрби философия мәктәбе"нең төп уҡыу әсбабы, ҡануни "хәрби Ете китап"та (каноническое Семикнижие — «У цзин ци шу») иң мөһиме тип иҫәпләнә.
Был трактатты ғәскәр башлыҡтары (полководецтар) — Япониянан Такэда Сингэн[1], Вьетнамдан Во Нгуен Зиап[2][3][4] үҙҙәренең хәрби эшмәкәрлегендә әүҙем файҙаланған. Сунь трактаты шулай уҡ АҠШ армияһында[5], шул иҫәптән хәрби-диңгеҙ көстәрендә уҡытыла[6].