Һул яр буйы Украина
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һул яр буйы Украина, Һул яр буйы Гетманщина — Днепр йылғаһы ағымының һул ярында урынлашҡан һәм хәҙерге замандағы Чернигов, Полтава, Сумы өлкәләренән, шулай уҡ Киев һәм Черкасск өлкәләрен үҙ эсенә алған территория. Көнсығышта — Һул яр буйы Украина Слобода Украинаһы менән, көнсығышта Запорожье Сечының ерҙәре менән сиктәш булған.
Һул яр буйы Украина Рус дәүләте составына Земство соборы (Мәскәү, 1653) һәм Переяславль Радаһы (1654) ҡарарҙарына ярашлы Украинаның бер өлөшө булараҡ ҡабул ителә.