Һулыш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һулыш — кеше, хайуандар, үҫемлектәр һәм бик күп микроорганизмдар диссимиляцияһының төп өлөшө.
Һулыш — ул метаболизмдың, йәғни тере организмда матдәләр һәм энергия алмашыныуының тейешенсә барыуын тәьмин итеүсе физиологик процесс.
Тирә-яҡ мөхиттән кислород (О2) алып, гомеостаз (эске мөхиттең тотороҡлолоғон) тәьмин итә, организмда метаболизм һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән матдәләрҙе (СО2, H2O һ.б.) тышҡы мөхиткә сығара.
Матдәләр алмашыныуының көсөргәнешенә ярашлы кеше үпкә аша уртаса 5 — 18 литрға яҡын углекислый газ(СО2) һәм сәғәтенә 50 г һыу бүлеп сығара. Улар менән 400-гә яҡын башҡа ҡатнашмалар ҙа бүленә.
Тышҡы һулыш тигән төшөнсә аҫтында организм һәм тирә-яҡ мөхит араһында газ алмашыныу күҙҙә тотола. Ул үҙ эсенә кислород йотоу һәм углекислый газ сығарыуҙы, шулай уҡ был газдарҙың һулыш көпшәләре (трахея менән һулаусы бөжәктәр) йәки ҡан әйләнеше аша үтеүен ала.
Күҙәнәк һулышы аҡһымдарҙың күҙәнәк мембраналары аша үтеүен тәьмин итә; шулай уҡ митохондрияларҙа әселәндереү барышын көйләй — был аҙыҡтың химик энергияһын үҙгәртергә булышлыҡ итә.
Тышҡы мөхиттә тән туҡымаһының майҙаны ҙур булған осраҡта газдың күҙәнәктәргә шул туҡыма аша диффузияланып, һулыш алыныуы мөмкин (мәҫәлән, үҫемлектәрҙең япраҡтарында, ҡатмарлы тиреле хайуандарҙа). Тән туҡымаһы сағыштырмаса әҙ майҙанлы булғанда газ ҡан әйләнеше (умыртҡалылар һ.б.) йәки трахеялар (бөжәктәрҙә) аша эшкәртелә.