Һоро себен турғайы[1] (лат. Muscicapa striata) — бәләкәс кенә, себен турғайҙары ғаиләлегендәге турғай ҙурлығындағы ҡош.
Һоро себен турғайы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Muscicapa striata (Pallas, 1764) | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 147335 |
Тасуирлама
Төҫө күҙгә ташланмаған, оҙон ҡойроҡло ҙәм оҙон ҡанатлы ҡош. Оло ҡоштар һоро йәки көлһыу һоро ҡауырһынлы. Түше асыҡ, аҙ ғына тоноҡ һыҙаттары бар. Аяҡтары мороно кеүек үк ҡыҫҡа һәм ҡарағусҡыл. Ҡошсоҡтары инәләренә ҡарағанда һорораҡ төҫтә. моңо тыныс әммә киҫкен:«петь», «тсить».
Йәшәү урындары
Улар күберәген Европаның һәм Көнбайыш Азияның төбәктәрендә оялай. ҡышлауға Африкаға һәм көньяҡ-көнбайыш Азияға осалар.
Туҡланыуы
Һоро себен турғайы осоусы бөжәктәр аулай.Күберәген ҡалҡыулыҡтарҙы ярата. Уны аулаған ваҡытында еңел танырға мөмкин. Бер урында елпенеп тора һәм ҡапыл ғына бөжәктәр аулау өсөн икенсе ергә күсә.[2].
Үрсеүе
Һоро себен турғайы урмандарҙа, парктарҙа, баҡсаларҙа асыҡ урындарҙы, һирәк ағаслы урындарҙы үҙ итә. Ояһы асыҡ, сеүәтә һымаҡ формала.Йомортҡаларын май урталарынан алып июль урталарына хәтле һала. 4- 6 йомортҡаһы була. Беренсе бәпкәләре осоп китеү менән икенсе тапҡыр йомортҡа һала башлай.
Башҡа бик күп ҡоштар менән сағыштырғанда, һоро себен турғайы, үҙенең йомортҡаларын башҡа ҡоштарҙыҡынан айыра ала. Шулай имтеп кәкүк йомортҡаларын ул ҡабул итмәй.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.