![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/3d/AM_544_4_p4.jpg/640px-AM_544_4_p4.jpg&w=640&q=50)
Һервёр тураһында сага
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һервёр һәм Хейдрек тураһында сага (бор.-сканд. Hervarar saga ok Heiðreks) — XIII быуатта күпкә боронғораҡ материалды эшкәртеү юлы менән төҙөлгән боронғо замандар тураһындағы боронғо исланд сагаһы. Сага үҙенең б. э. IV быуатынан башлап готтар тарихы буйынса мәғлүмәттәре менән ҡиммәтле. Саганың һуңғы өлөшө Швеция һәм швед король династияһының урта быуаттар тарихы тураһында һөйләй.
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
| ||||
Һервёр һәм Хейдрек тураһында сага, Һервёр тураһында сага | ||||
![]() | ||||
Хауктың китабы (ҡулъяҙма AM 544 4) | ||||
Автор(ҙар) | билдәһеҙ | |||
Яҙыу ваҡыты | XIII быуат | |||
Оригиналь теле | боронғо исланд теле | |||
Һүрәтләндерә | IV—XII быуаттар | |||
Эстәлеге | һундарҙың готтар менән һуғышы тураһында, Һервёр һәм уның тоҡомдары тураһында | |||
Персонаждар | Һервёр һәм Хейдрек | |||
Тығыҙ бәйләнгән | Һервёрҙың бағымсылығы | |||
Ҡулъяҙмалар | Хауктың китабы AM 544 4to; MS 2845 4to; R:715; AM 203 fol. | |||
Һаҡланған урыны | Arnamagnæan Institute; Данияның Король китапханаһы; Упсала университеты китапханаһы; Копенгаген университеты китапханаһы | |||
Төп нөсхә | иҫке текстарҙың компиляцияһы | |||
Электронный текст произведения |
Өс изводтың иң боронғоһо XIV быуат башы пергаментына яҙылған һәм «Хауксбук» йыйынтығына инә. Ул Данияның король китапханаһында һаҡлана. Сага ике өлөштән тора. «Һервёр күрәҙәлеге» тип аталған беренсе өлөшөндә нисек итеп яугир ҡыҙ Һервёр, Ангантюрҙың ҡыҙы, атаһының ҡәберендә Сирглами исемле Гардарика конунгына гномдар (ер аҫты хазиналарын һаҡлап торған кәрләләр) сүкегән "Тюрфинг мөғжизәле ҡылысы"н ала.
Икенсе өлөшөндә эддик традицияларының боронғо ҡатламдарын ҡулланып, Днепр буйында һундарҙың готтар менән һуғышы тураһында бәйән ителә. Артабан Һервёрҙың Рейдготландта идара иткән улы Хейдрек тураһында хикәйәләнә. Сага ярым легендар швед королдәрен, Хейдректың вариҫтарын, Филипп I (1118 йылда вафат була) швед короленә тиклем, һанап сығыу менән тамамлана.
Сага, «Балдаҡтар хужаһы» («Властелин колец») әҫәрен яҙғанда, Джон Рональд Руэл Толкинға сығанаҡтарҙың береһе булып хеҙмәт итә. Уның улы Кристофер 1960 йылда саганы инглиз теленәтәржемә итә.