![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/f0/Axiom_of_choice.svg/langba-640px-Axiom_of_choice.svg.png&w=640&q=50)
Һайлау аксиомаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һайлау аксиомаһы, ингл. аббр. AC (axiom of choice һүҙенән) тип күмәклектәр теорияһының түбәндәге әйтеүе атала:
Һәр[1] буш булмаған |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/f0/Axiom_of_choice.svg/320px-Axiom_of_choice.svg.png)
Формаль телдә:
Әгәр күмәклектәрҙең сикле ғаиләһен ҡарау менән генә сикләнһәк, һайлау аксиомаһының раҫлауы башҡа күмәклектәр теорияһы аксиомаларынан сығып иҫбат ителергә мөмкин[2] һәм айырым аксиома сифатында постулат итеп алыу талап ителмәй. Ул шулай уҡ ҡайһы бер сикһеҙ ғаиләләр өсөн иҫбат ителергә мөмкин, ләкин дөйөм осраҡта сикһеҙ ғаиләләр өсөн һайлау аксиомаһы башҡа аксиомаларҙан килеп сыҡмай, һәм бәйһеҙ раҫлау булып тора.