Үҙәк процессор
машина инструкцияларын (программалар коды) үтәүсе электрон блок йәки интеграль схема, , компьютерҙы аппарат менән тәьмин итеүҙең төп өлөшө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Үҙәк процессор (ЦП; шулай уҡ үҙәк процессор ҡоролмаһы ЦПУ; . central processing unit, CPU, һүҙмә-һүҙ үҙәк эшкәртеү ҡоролмаһы, йыш ҡына ябай процессор) — машина инструкцияларын (программалар коды) үтәүсе электрон блок йәки интеграль схема, , компьютерҙы аппарат менән тәьмин итеүҙең төп өлөшөһәм программалаштырылған логик контроллер. Ҡайһы берҙә был компонентты ҡыҫҡаса процессор тип атайҙар.
Тәүҙә үҙәк эшкәртеү ҡоролмаһы терминында логик операцияларҙы яйға һалыу ғына түгел, ә компьютер программаларының машина кодын аңлау һәм үтәү өсөн тәғәйенләнгән элементтарҙың махсуслаштырылған системаһы тасуирлана. Компьютер системаларына ҡарата терминды ҡулланыу 1960-се йылдарҙа башлана. Шул ваҡыттан алып процессорҙарҙы проектлау, архитектуралау, тормошҡа ашырыу күп тапҡырҙар үҙгәрә. Хәҙерге заман иҫәпләү системаларында бөтә функцияларҙы юғары интеграцияланған чип — микропроцессор башҡара.
ЦПУ-ның төп характеристикалары булып: такт йышлығы, етештереүсәнлек, энергия ҡулланыу, етештереүҙә ҡулланылған литографик процесс нормалары (микропроцессорҙар өсөн) һәм архитектура тора.
Тәүге Үҙәк процессорҙар уникаль һәм хатта үҙ төрөндә берҙәм компьютер системалары өсөн уникаль ҡушма өлөштәр рәүешендә булдырыла. Һуңыраҡ бер йәки бер нисә тар махсуслаштырылған программаны үтәү өсөн тәғәйенләнгән процессорҙар эшләүҙең ҡиммәтле ысулынан компьютер етештереүселәр күп маҡсатлы процессор ҡоролмаларының типовой кластарын сериялы әҙерләүгә күсә. Компьютер комплекттарын стандартлаштырыуға тенденция ярымүткәргес элементтарҙың, мейнфреймдарҙың һәм мини-компьютерҙарҙың ҡыҙыу үҫеше осоронда барлыҡҡа килә, ә интеграль схемалар барлыҡҡа килеү менән ул тағы ла популярлаша. Микросхема булдырыу, шул уҡ ваҡытта уларҙың физик үлсәмдәре кәмеү менән, ЦП-ның ҡатмарлылығын тағы ла арттырырға мөмкинлек бирә. Процессорҙарҙың стандартлаштырылыуы һәм миниатюрлығы уларға нигеҙләнгән цифрлы ҡоролмаларҙың кешенең көндәлек тормошона тәрән үтеп инеүенә килтерә. Хәҙерге заман процессорҙарын компьютерҙар кеүек юғары технологиялы ҡоролмаларҙа ғына түгел, автомобилдәрҙә, калькуляторҙарҙа, мобиль телефондарҙа һәм хатта балалар уйынсыҡтарында ла табырға мөмкин. Йыш ҡына улар микроконтроллерҙарҙан тора, унда, хисаплау ҡоролмаһынан тыш, кристаллда өҫтәмә компоненттар (программалар һәм мәғлүмәттәр хәтере, интерфейстар, ввод-вывод порттары, таймерҙар һ. б. урынлашҡан.Микроконтроллерҙың заманса иҫәпләү мөмкинлектәре утыҙ йыл элек персональ компьютерҙар эшкәртеүселәре менән сағыштырыла, хәҙерге үҙәк процессор эшсәнлегекүпкә артығыраҡ.