From Wikipedia, the free encyclopedia
Үтәгән (рус. Утяганово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 438 кеше[1]. Почта индексы — 453013, ОКАТО коды — 80235845009.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 438 | 219 | 219 | 50,0 | 50,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауыл Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Үтәгән Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. XVIII быуат аҙағында Үтәгәй исемле ике ауылы булған, әммә халыҡ һаны бергә иҫәпкә алынған. 1795 йылда 40 йорт хужалығында 116 ир-ат һәм 132 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Артабан бер генә ауыл күрһәтелгән. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 61 йорт, 202 ир-ат (шул иҫәптән 6 припущенник) һәм 215 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 1920 йылда 680 кеше (313 ир-ат һәм 367 ҡатын-ҡыҙ) һәм 136 йорт хужалығы була. (...дауамы Уфаген сайтында)
«Башҡорт халыҡ ижады» китап серияһына (II том, 1997 йыл) ингән «Абдрахман Аҡйегет» риүәйәте Үтәгән ауылында яҙып алынған. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙып алған бер варианты Ә. Усмановтың «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлылары» тигән йыйынтығында (Өфө, 1944, 34—35-се б.) баҫылып сыҡҡан. Ошо уҡ риүәйәтте 1947 йылда Ғайса Сөләймәнов ошо ауылда йәшәүсе Исмәғил Байымовтан яҙып алған. Тағы ла 1897 йылғы Ғ. Ғиззәтуллиндан «Ике үрҙәктең (өйрәктең) утрау яһағаны», «Үгеҙ мөгөҙөндәге ер» риүәйәттәре ошо ауылда яҙып алынған.[2]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.