Үрге Ләмәҙ (рус. Верхние Лемезы) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 141 кеше[3]. Почта индексы — 453038, ОКАТО коды — 80203819009.
Ауыл янында Икен йылғаһы Ләмәҙегә ҡушыла. Йыраҡ түгел Айыукүл карст күле һәм Атыш шарлауығы урынлашҡан.
Халыҡ һаны
Дөйөм халыҡ һаны[3] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
139 | 141 | +2 | +1,44 |
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 50 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 56 км
Урамдары
Тарихы
Урман-Көҙәй улусына шул уҡ исемле йылғаның үрге ағымында урынлашҡан Үрге Ләмәҙ ауылы ҡарай. Уның икенсе исеме Төрөкмән этнонимдан алынған. Урман-Көҙәй улусы Түбәһе (бүлексәһе) шулай аталған. 1795 йылда 57 кеше йәшәгән 12 йорттан торған. Был һандар уның яңыраҡ нигеҙ һалынған булыуын иҫбатлай. 1859 йылда Үрге Ләмәҙҙә 29 йортта 208 кеше йәшәгән, 1896 йылда — 64 йортта 344 кеше.
Ауылда мәсет, башланғыс дини мәктәп булған. XIX быуаттың 80-се йылдар аҙағында бында аҙыҡ-түлек кибетен асҡандар.
1843 йылда 153 кешегә 248 бот ужым һәм 24 бот яҙғы иген сәселгән[5].
Матбуғатта
Видеофильмдар
Телевидениела
- 08 август 2018 йыл. Ләйсән Тимербулатова[7]
Сайтта
- 12 апрель 2013, Үрге Ләмәҙ ауылында яңы күпер төҙөләсәк[8]
Билдәле шәхестәр
- Әҙелшина Рәмзилә Мөхәмәт ҡыҙы (18.01.1933—13.07.2014), 1969—1995 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986)[9].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.