ҠҠХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ҠҠХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә — Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының дүртенсе миҙгеле. Даими беренселек 9 сентябрҙә үткән миҙгелдең финалсылары «Ағиҙел» һәм «Торнадо» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана һәм февралдә тамамлана. Шулай уҡ ҠҠХЛ чемпионы титулы өсөн плей-офф март һәм апрель айҙарында үтә. Ҡатнашҡан командалар составы лига нигеҙләнеүенән бер үк ҡала: турнирҙа Рәсәйҙең 6 ҡалаһынан 7 команда ҡатнаша.
Башы | 9 сентябрь 2018 |
---|---|
Аҙағы | апрель 2019 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 126 |
Чемпионат еңеүсеһе | ![]() |
Бомбардир | ![]() |
Плей-офф | |
Чемпион | ![]() |
Финалист | ![]() |
Серияла иҫәп | 3 : 0 |
ҠҠХЛ миҙгелдәре | |
←2017/18 | 2019/20→ |
Миҙгелдә йәштәр донъя чемпионатына (6—13 ғинуар), ҠҠХЛ йондоҙҙар уйынына (13 ғинуар), Ҡышҡы Универсиадаға (2—12 март), донъя чемпионатына (4—14 апрель) һәм Рәсәй йыйылма командаһының төрлө дуҫтарса осрашыуҙарына һәм турнирҙарына тәнәфес ҡаралған[1].
Өсөнсө ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны 2019 йылдың 13 ғинуарында Түбәнге Камала үтә. Көнбайыш командаһы был уйында Көнсығыш командаһын 4:2 иҫәбе менән ота. ҠҠХЛ даими чемпионатында Өфөнән «Ағиҙел» командаһы икенсе йыл рәттән беренсе була. ҠҠХЛ ике тапҡыр чемпионы Дмитровтан «Торнадо» плей-оффҡа эләкмәй ҡала. Красноярскиҙан «Бирюса» һәм Түбәнге Новгородтан «СКИФ» хоккей клубтары бронза миҙалдарҙы яулайҙар.
«Ағиҙел» хоккей клубы финалда Санкт-Петербургтан «Динамо» командаһын серияла 3-0 иҫәбе менән ота һәм икенсе тапҡыр ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай. Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы тип «Ағиҙел» ҡапҡасыһы Анна Пругова таныла[2].