Ҡыҙыл кхмерҙар
Камбоджа.коммунистик хәрәкәтендә аграр йүнәлештәге коммунистик ағымдың рәсми булмаған исеме / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Төркөм
«Ҡыҙыл кхмерҙар» (кхмер. ខ្មែរក្រហម}}, Kmae Krɑhɑɑm, Khmer Kror-Horm) — Камбоджа.коммунистик хәрәкәтендә аграр йүнәлештәге коммунистик ағымдың рәсми булмаған исеме[1] Күпселеген ҡыҙыл кхмерҙар ысынлап та этник кхмерҙар була. Уларҙың идеологияһы маоизмға, шулай уҡ көнбайыш һәм хәҙерге замандың бер нимәһен ҡабул итмәүгә нигеҙләнгән.
Ағым 1968 йылда Кампучия коммунистар партияһы тарафынан булдырылған һәмКамбоджалағы граждандар һуғышының бер яғы булып тора. Уға Төньяҡ Вьетнам, Көньяҡ Вьетнам һәм АҠШ әүҙем ҡыҫылған. Һаны-30 мең самаһы кеше. Башта был хәрәкәттең ағзалары Францияла һәм Камбоджала белем алған радикаль фекер йөрөткән кхмерҙар була, Хәрәкәткә башлыса ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған һәм ҡала халҡын «американдарҙың енәйәттәштәре» булараҡ күрә алмаған 12-15 йәшлек үҫмерҙәрҡушылған.