![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/06/Sword_parts-ru.svg/langba-640px-Sword_parts-ru.svg.png&w=640&q=50)
Ҡылыс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡылыс — тура йөҙлө ҡаҙау, сабыу һәм сәнсеү өсөн булдырылған һалҡын ҡорал төрө[2], дөйөмләштереп әйткәндә — тура йөҙлө киҫеүсе ҡорал .
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/06/Sword_parts-ru.svg/320px-Sword_parts-ru.svg.png)
Хәҙерге Рәсәй тарихи ҡоралдар өйрәнеү фәнендә ҡылыс тип ике яғы ла үткер 60 сантиметрҙан оҙонораҡ булған, башлыса сабыу өсөн тәғәйенләнгән тура йөҙлө һөжүм ҡоралын атайҙар. Бер яғы ғына үткер булған тура йөҙлө һалҡын ҡорал палаштар төрөнә инә[2].
Милли стандартта ла шундай уҡ аңлатма бирелә:
Контактлы тура уртаса һәм оҙон күләмле ике яҡтан да үткер бысаҡ йөҙлө сәнсеү һәм сабыу ҡоралы[3].
Шуға ҡарамаҫтан, ҡылыс тип яңылыш төрлө кәкре йөҙлө ҡоралдарҙы ла атайҙар. Мәҫәлән, япон ҡоралын, шул иҫәптән катану һәм вакидзасины.
Уларҙы Дәүләт стандарты ике ҡул менән тота торған кәкре ҡылыс (япондар ике яғы ла үткер йөҙлө тура ҡылысты — «цуруги» тип йөрөтә, ә 剣 тип — катана төрөндәге, 刀 иероглифы аша яҙылғанын атай, ул төрлө осраҡта төрлөсә уҡыла).
Шулай уҡ, улар бер яғы үткер тура йөҙлө ҡоралды айыра, уларҙы палаштар, йә иһә һуғыш бысағы, ҡыҫҡа ҡылыс (тесак), йә иһә фальшион тиҙәр.
Шпага һәм рапираларҙы ҡылыстар тип атау дөрөҫ түгел — улар ҡылыстар менән сығыш яғынан бәйле булһалар ҙа, айырым ҡорал төрөнә инәләр.
Урыҫ теленән айырмалы рәүештә, ҡайһы бер телдәрҙә Рәсәйҙәге ҡорал атамаларына тура килмәгән атамалар бар. Мәҫәлән, инглиз телендәге sword бер яҡлы ла, ике яҡлы ла йөҙлө тура йә иһә кәкре ҡылыс, — тәғәйенләнешенә ҡарап, һүҙҙәр өҫтәлә (dress-sword — букв. «кейем менән йөрөтә торған», еңел ҡорал шпага, граждан кейеме менән йөрөтә торған; back-sword — һүҙмә-һүҙ «ауыр һаплы ҡылыс», бер яҡ йөҙлө, палаш һәм кәкре ҡылыс; һәм башҡа).