From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы (10 май 1913 йыл — 13 ноябрь 1986 йыл) — театр һәм кино артисы. 1948—1986 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) халыҡ артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
Бер нисә фильмда, шул иҫәптән «Алтын атлы һыбайлы» фильмында төшә.
Хөсәйен Илдархан улы Ҡудашев 1913 йылдың 10 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бүздәк[2] ауылында тыуған.
15 йәше лә тулмаған килеш ПВРЗ-ның ФЗУ мәктәбенә уҡырға инә. Йыр, бейеүгә оҫта егеткә иптәштәре һиңә слесарға түгел, артисҡа уҡыр кәрәк булған, тиҙәр. Заводта драмтеатрҙың спектаклен ҡарау уның тормошонда яңы бит аса. Шул көндән үҙе лә һиҙмәҫтән, театрға ылыға башлай. «Ғәлиәбаныу» спектаклен ҡуйғанда Мәскәү консерваторияһының профессоры Екатерина Анатольевна Милькович та була. Спектаклдән һуң консерваторияның башҡорт бүлегенә уҡырға алыуы тураһында әйтә.
Мәскәүҙә 1955 йылда үткәрелгән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенең декадаһында 4 спектаклдә лә уйнай. Ғүмеренең һуңғы осоронда күпте күргән образдарҙы уйнауға нығыраҡ бирелә.
"ТРАМ ойошҡан көндән башлап спектаклдәрҙә ҡатнашып йөрөүсе Фәриҙә Әлембәкова, Бәһиә Вәлиева, Зәйни Ҡорбанғолов, Хөсәйен Ҡудашев кеүек иптәштәрҙән ҡаушап ҡалыуым бер ҙә ғәжәп түгел. Бигерәк тә "Көндәр ҡойолалар" тигән спектаклдә Нурия менән Вәли ролен башҡарыусы Фәриҙә Әлембәкова менән Хөсәйен Ҡудашевтың уйнауҙарына һоҡланып бөтә алманым." Рәғиҙә Янбулатова, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы
"Талант кешенең үҙе менән йөрөй тиҙәр. Хөсәйен дә үҙ таланты менән баҫҡыстан баҫҡысҡа үргә атланы. Бейеккә күтәрелгән һайын, сәхнә лә киңәйгән һымаҡ, йәшлек дәрте лә нурланыбыраҡ балҡыған һымаҡ тойолдо уға." Яҡуп Ҡолмой
"Уның дикцияһы ла ярылып ята, сәхнәлә үҙен ирекле тотоуы менән дә күп актерҙарҙан айырылып тора." "Башҡортостан" гәзите
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.