Ҡорт һитәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һитә, манса — бал ҡорттарының сәскә һеркәһенән йыйып, кәрәҙгә тултырып әҙерләгән аҙығы; кәрәҙ күҙәнәктәренә тултырылып, бал менән һылап ҡуйылған ҡорт йәттәһе[1]. Һитәне ҡайһы бер райондарҙа манса тип тә йөрөтәләр. Ул — ашҡаҙанда еңел үҙләштерелеүсән бик ҡатмарлы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ.
Ҡорттар сәскәнән сәскәгә ҡунып, һеркә йыя һәм уны умартала һитәгә әүерелдерә. Умарталыҡта көслө, таҙа бал ҡорттары, көслө күстәр аҫрау һитәнең муллығына бәйле. Йыл әйләнәһенә һәр бал ҡорто ғаиләһе 25 килограмм һитә тотона. Уның күп өлөшөн улар бала тәрбиәләгәндә ашай. Әгәр ояла һитә, болонда һеркә биреүсе сәскәләр булмаһа, эшсе ҡорттар бала тәрбиәләмәй, хатта үҫеп килгән ҡарышлауыҡтарын умартанан сығарып ташлай. Башҡортостан шарттарында был хәл ҡайһы бер ҡоро йылдарҙа күҙәтелә.
Брокгауз һәм Ефрондың Энциклопедик һүҙлегенә ярашлы: («Бал ҡорттары» мәҡәләһе)
|
Ҙур энциклопедик һүҙлек буйынса:
|