From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡомъяҙы (рус. Кумьязы) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 532 кеше[3]. Почта индексы — 452980, ОКАТО коды — 80208831003.
Ауылға Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары XVIII быуатта үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Ауылға XVIII быуат аҙағында Бөрө өйәҙенең Ҡыр Танып улусы башҡорттары нигеҙ һала.
10-сы Башҡорт кантоны Ҡомъяҙы ауылы башҡорттары 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡайһы берҙәре армия өсөн тәғәйенләнгән аттарҙы тейешле ергә тиклем оҙатып барған. Мәҫәлән, 1813 йылда Әбделнасир (Ҡазбулат улы) Айытҡолов башҡорттар рус армияһына бүләк иткән аттарҙы оҙатыуҙа ҡатнашҡан һәм юлда вафат булып ҡалған тигән яҙыу һаҡланған.
1816 йылда 17 ихатала 80 кеше йәшәгән. 1834 йылда 128 кеше йәшәй, уларҙың 22 йорто була, 1859 йылда — 347 кеше (53 йорт).
1834 йылда ауыл халҡы 1256 бот иген, бер кешегә 9,8 бот, сәсә. Халыҡ йылҡы һәм һыйыр малынан тыш, 106 һарыҡ, 69 кәзә тота, 30 солоҡ һәм 12 умарта була. Ауылда мәсет булған.
1865 йылда 55 йорт хужалығында 377 кеше йәшәгән.
1906 йылда ауылда 890 кеше йәшәгән (142 йорт). 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 194 йорт хужалығында 996 башҡорт булған.
2012 йылға тиклем Ҡомъяҙы ауылында төп дөйөм белем биреү мәктәбе булған. Хәҙерге ваҡытта бында башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто, магазиндар эшләй.
1989—2008 йылдарҙа ойошторолған Ҡомъяҙы ауыл Советы административ үҙәге булып торған. Әлеге ваҡытта ауыл Иҫке Балтас ауыл Советына ҡарай.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 532 | 261 | 271 | 49,1 | 50,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.