Ҡоллоҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡоллоҡ — кеше (ҡол) башҡа кеше (хужа, ҡол хужаһы, хужа) йә дәүләт милкендә кеше (ҡол) табырға рөхсәт ителгән ижтимағи мөнәсәбәттәр системаһы. Элек әсирҙәр, енәйәтселәр һәм бурыслыларҙы ҡолға әйләндергәндәр, ә һуңғараҡ граждандарҙы хужаға эшләргә мәжбүр иткәндәр. Был формала ҡоллоҡ ХХ быуатҡа тиклем киң таралған була, ҡайһы бер ғәрәп һәм африка илдәрендә ҡоллоҡ әле лә бар.
Хәҙерге заманда ҡоллоҡ донъяның күпселек илдәрендә енәйәт тип таныла һәм был илдәрҙең закондары менән тыйыла. Енәйәт булараҡ ҡоллоҡтоң асылы — тудыһынса йәки өлөшләтә ҡолдарҙы киләсәктән мәхрүм итеү.
Ҡоллоҡ рөхсәт ителгән дәүләттәр ҡол биләүсе дәүләт тип йөрөтөлә.[1] Тарихҡаса булған осорҙан алып ҡоллоҡ төрлө цивилизацияларҙа[2]булған, күп осраҡта социаль институт формаһын алған. Әлеге ваҡытта бөтә илдәрҙә лә ҡоллоҡ тыйыла (һуңғы ҡоллоҡ 1981 йылда ҡоллоҡ Мавританияла бөтөрөлә, әммә де-факто ҡоллоҡ бөгөн дә бар).[3][4] (последней отменила рабство Мавритания в 1981 году[5]
Хәҙерге ваҡытта ҡоллоҡтан айырылмай торған йәки уға оҡшаш күренештәр ҙә бар. Уларға крепостнойлыҡ, бурыслы бойондороҡлолоҡ, ябыҡ йорт эшселәре, һалдат балалар, кеше менән сауҙа итеү, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе эксплуатацияға һәм мәжбүри никахҡа биреү инә ала. Ошо алымға ярашлы, хәҙерге заманда ҡоллоҡ позицияһында төрлө баһалар буйынса 20 миллиондан алып 36 миллионға тиклем кеше ҡоллоҡта тора.[6][7][8]
XXI быуат контексында был социаль күренеш кеше хоҡуҡтарын тулыһынса сикләү (кеше йәки кешеләр төркөмө), уның азатлығы, шәхси бөтөнлөгө, мәжбүри хеҙмәткә мәжбүр итеүе, ваҡыты сикләнмәгән эш башҡарырға мәжбүр итеү,[9] сексуаль ирекһеҙлек, шулай уҡ кешене милек хоҡуғы объекты булараҡ эксплуатациялау (һатыу, ҡуртымға алыу һәм башҡалар) менән ҡылыҡһырланған социаль күренеш.)[10]