Ҡаҙағстан һауа юлдары
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаҙағстандың Алматы аэропорты иң эре аэропорттарҙан һанала. Аэропорттың тарихы 1935 йылдан башлана, ә 2012 йылда БДБ-ла иң яҡшыһы тип танылды. Аэропорт йылына дүрт миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндерә.
Ҡаҙағстан һауа юлдары | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Был исемлектә | аэропорттар |
Исемлеккә ҡараған категория | Категория:Ҡаҙағстан аэропорттары |
![]() |
Ҡаҙағстандың эске авиация хәрәкәте буйынса Астана баш ҡала аэропорты икенсе урынды биләй. Әлеге ваҡытта аэропорт заманса йыһазландырылған һәм бөтә төр һауа судноларын ҡабул итергә һәләтле. 2012 йылда Астана аэропорты ике миллиондан ашыу туристарҙы хеҙмәтләндергән, шул иҫәптән яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килгәндәр ҙә был күрһәткескә ингән.
Ҡаҙағстандың эре аэропорттары ғына яҡшы үҫешеп ҡалмай, вағыраҡтарына ла дәүләт күп иғтибар бүлә. Мәҫәлән, 2011 йылда Аҡтау аэропортын модернизациялау арҡаһында ул БДБ-ла иң яҡшы аэропорт исеменә лайыҡ булды. Шул уҡ аэропорт 2009 йылда «БДБ илдәренең перспективалы үҫешеүсе аэропорты» тип танылғайны. Атырау аэропорты бинаһы ла реконструцияланырға әҙерләнә.