From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаялы тауҙар (ингл. Rocky Mountains) — Төньяҡ Америкалағы Кордильер тауҙары системаһының төп тау һырты. Ул АҠШ меннән Канаданың көнбайышында 60 һәм 32° төньяҡ киңлектәр арауығында урынлашҡан.
Ҡаялы тауҙар | |
---|---|
ингл. Rocky Mountains | |
Характеристики | |
Майҙаны | 991 691 км² |
Оҙонлоғо | 2750 км |
Киңлеге | 1765 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Элберт |
Абсолют бейеклеге | 4399[1] м |
Урынлашыуы | |
42°23′ с. ш. 115°56′ з. д._type:landmark HGЯO | |
Тау системаһы | Кордильер |
Ҡаялы тауҙар Викимилектә |
Ҡаялы тауҙар Британ Колумбияһы провинцияһының (Канада) иң төньяҡ нөктәһенән АҠШ-тың көньяҡ-көнбайышындағы Нью-Мексико штатына тиклем төньяҡтан көньяҡҡа табан 4830 километрға һуҙыла. Тауҙарҙың киңлеге 700 километрға етә. Ҡаялы тауҙар — Тымыҡ һәм Атлантик океан бассейндары араһындағы тәбиғи һыу айырғыс. Ҡаялы тауҙарҙан Миссури, Колорадо, Риу-Гранде, Снейк, Арканзас һәм башҡа бик күп йылғалар ағып сыға. Ҡаялы тауҙар 80—55 миллион йыл элек Ламарий орогенез дәүерендә барлыҡҡа килә. Шул ваҡыттан алып тау һыртында һыу һәм боҙлоҡтар тәьҫирендә һоҡланғыс үҙәндәр һәм түбәләр барлыҡҡа килә. Һуңғы боҙлоҡ дәүере тамамланғас, ҡаялы тауҙар биләмәһендә кешеләр йәшәй башлаған. Бер нисә экспедициянан һуң, мәҫәлән, Александр Маккензи походынан йәки Льюис һәм Кларк экспедицияларынан һуң Ҡаялы тауҙар үҫешә башлай; тауҙарҙың иҡтисади үҫешенә файҙалы ҡаҙылмалар һәм тире етештереү сәбәпсе була, шуға ҡарамаҫтан, тауҙа халыҡ аҙ йәшәгән урын булып ҡала. Хәҙерге ваҡытта Ҡаялы тауҙар территорияһының күп өлөшө милли парктар һәм урман ерҙәре менән һаҡлана. Ҡаялы тауҙар туристар өсөн популяр урын булып тора, бигерәк тә йәйәү йөрөү, альпинистар, балыҡ тотоу, һунар итеү, саңғыла шыуыу, сноуборд һәм башҡалар өсөн.
Тауҙарҙың «Ҡаялы тауҙар» (ингл. Rocky Mountains) атамаһын канаданың тәү килгән кешеһе, сығышы буйынса француз Пьер Готье Варенн де ла Верандри[fr] 1743 йылдың 1 ғинуарында Pierre Jaune (бөгөнгө Йеллоустон — һары таш йылғаһың кисеп сыҡҡан саҡта биргән[2]. Александр Макензи 1793 йылда тауҙарҙы ашҡан һәм уларҙы Stoney Mountains — «Ҡаялы тауҙар» тип атаған. XIX быуаттың икенсе яртыһында тауҙарға элекке атамаһын ҡайтарғандар.
Төньяҡ Ҡаялы тауҙары (төньяҡ киңлектән төньяҡҡа 45°) (Робсон тауы) 3954 м бейклеккә ҡәҙәр гранит ҡатламынан тора. Ҡаялы тауҙар ҡығҡа тау һырттарынан тора. Улар ҡом ҡатламы, баосыҡ сланецтары, бурташ менән аралаш ҡатламдар хәсил итә һәм 4401 м бейеклеккә ҡәҙәр етә (Элберт тауы. Ул Ҡаялы тауҙарҙың иң бейек нөктәһе.
Молибден, баҡыр, алтын, көмөш, ярым металдар, нефть, ҡаҙылма күмер сыҡҡан киң урындар бар. Янартау күренештәре: Гейзерҙар, ҡайнар шишмәләр, һәм ер тетрәүҙәр күҙәтелә.
Ҡаялы тауҙарҙа ҡәҙимге тау климаты. Уртаса йыллыҡ температура 6 °C тирәһендә тирбәлә. Июлдә иң йылы осор, уртаса температура 28 °C ҡа барып етә. Ғинуарҙа иң һыуыҡ осор −14 °C тирәһендә була. Был иң һыуҡ осор. Йыллыҡ яуым-төшөм 360 мм самаһы.
Ҡаялы тауҙарҙа йәй йылы һәм ҡоро, сөнки ямғыр болоттарын көнбайыш тау һырттары тотҡарлай. Йәй уртаса йылылыҡ 15 °C тирәһе. Ғыш ҡарлы һәм һыуыҡ була. Уртаса −2 °C. Ҡар ҡатламы уртаса 29 см. Яҙ уртаса температура 4 °C, яуым-төшөм 107 мм. Көҙ яуым-төшөм 66 мм һәм һауа температураһы 7 °C тирәһе.
Үҫемлектәр донъяһын урмандар өҫтөнлөк итә. Төньяҡта тау-тайга һәм төньяҡта ҡарағай урмандары. Урман сиге бейеклеге төньяҡта 1500 метрҙан 3600 метрғаса, юғарыраҡ Альп бүлкәте һәм мәңгелек туңлыҡ.
Урмандарында шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы ылыҫлы ағастары ҡайын һәм саған менән ҡатнаш. Арктик бүлкәттең киңлектәре кәрлә ҡайын менән ҡапланған. Тайга яғында ылыҫлы ағастар ғына үҙмәй. Унда ҡайын, уҫаҡ, тирәк таралған. Үҙәндәрҙә дала һәм ярым дала.
Бейек тау хайуандарынан бында ҡар кәзәһе, ҡалынмөгөҙ, мышылар, төлкө таралған. бәнерәк итәктәрҙә байбаҡ, аҡҡуян, ҡара ҡойроҡло туғай эте, һәм койот йәшәй.
Ҡаялы тауҙарҙың үпселек ҡоштарын күсмә ҡоштар тәшкил иә. Йәй айҙарында улар балаларын туйындыра. Ултыраҡ ҡоштарҙан бында Һарыбаш тумыртҡа, аҡ ағуна, ҡыҙылтүштең ҡайһы бер төрҙәре һәм өкө.
Һуңғы боҙлоҡ осоронан алып Ҡаялы тауҙар һинд ҡәбиләләренең (палео-индеецтар) ата-бабаларының йәшәгән территорияһы булып тора. Палео-индеецтар хәҙер юҡҡа сыҡҡан мамонтҡа һәм боронғо бизонға (хәҙерге бизондан 20 % ҙурыраҡ хайуанға) тау итәгендә һәм үҙәндәрҙә һунар иткән. Һуңыраҡ уларға оҡшаған хәҙерге ҡәбиләләр кеүек, палео-индеецтар ҙа, моғайын, көҙ һәм ҡыш тигеҙлектәргә бизонға һунар итеү өсөн, ә тауҙарға яҙ һәм йәй, балыҡ тотоу, боландарға һунар итеү, тамыр һәм еләк йыйыу өсөн күсеп килгәндер. Күп фәнни дәлилдәр индеецтарҙың урмандарҙы яндырыу, һөтимәрҙәргә һунар итеп, хайуандарҙың һанын кәметкәндәр.[3]
Ҡаялы тауҙар территорияһына европалылар беренсе тапҡыр XVI быуатта килгәндәр. Испан сәйәхәтсеһе Франсиско Васкес-де-Коронадо һалдаттар, миссионерҙар һәм африка ҡолдары төркөмө менән 1540 йылда көньяҡтан Ҡаялы тау районына инә[4] Аттың барлыҡҡа килеүе, металл изделиелар, орудиелар, яңы ауырыуҙар һәм төрлө мәҙәниәттәр ерле халыҡтың мәҙәниәтен һәм йәшәү рәүешен ныҡ үҙгәртә. Америка индеецтары тарихи территорияларында башлыса эпидемиялар, һуғыштар, уларҙың мәҙәниәтенә даими һөжүмдәр арҡаһында юҡ ителә.[3]
1739 йылда француз тире һатыусылары Пьер һәм Пол Маллет, Бөйөк тигеҙлек буйлап сәйәхәт итеп, Платте йылғаһының үрге ағымында урындағы һинд ҡәбиләләре «Ҡаялы тауҙар» тип атаған тауҙар теҙмәһен аса һәм билдәһеҙ тау һыртына беренсе булып килгән европалылар була[5] Август Александр Маккензи Ҡаялы тауҙарҙы аша сыҡҡан беренсе европалы була. Был хәл 1793 йылда була.[6] Фрейзер йылғаһының инешенән һәм Тымыҡ океан яр буйына хәҙерге Канадала шул йылдың 20 июлендә барып етә һәм Мехиконан төньяҡтараҡ Төньяҡ Американың беренсе трансконтиненталь кисеүен тамамлай[7] Британ Колумбияһының Белла-Кула ҡалаһына килә, унда диңгеҙгә тәүге тапҡыр Тымыҡ океан ҡултығы булған Көньяҡ Бентинк ҡултығында барып етә.
Льюис һәм Кларк экспедицияһы (1804—1806) Ҡаялы тауҙарҙы беренсе фәнни тикшереү тип һанала: хәҙерге заман ботаниктары, зоологтар һәм геологтары улар йыйған өлгөләр менән файҙалана.[3][8] Льюис һәм Кларк сәйәхәттәре ваҡытында тауҙарҙа кәм тигәндә 11 европалы американлыны осратһалар ҙа, экспедиция Көнсығыш Американың Европа күскенселәре өсөн Ҡаялы тауҙарға һәм уның аша беренсе булып юл асҡан, тип һанала.[3]
Маунтинмендар (һунарсылар, тире менән сауҙа итеүселәр) — башлыса француздар, испандар һәм инглиздәр — 1720 йылдан алып 1800 йылға тиклем Ҡаялы тауҙарҙа минераль ятҡылыҡтарын һәм тире эҙләп йөрөгәндәр. Тире менән сауҙа итеү өсөн Төньяҡ-Көнбайыш компанияһы Ҡаялы тауҙар итәгендә «Ҡаялы тауҙар» тип аталған сауҙа посын булдыра, һәм уларҙың конкуренттары — Хадсон ҡултығы компанияһы яҡындағы Acton Trading Post тигән компанияһын нигеҙләй[9] Был постар XIX быуат башында Канада ҡаяларында Европа эшмәкәрлеге өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә. Улар араһында Колумбия йылғаһы буйлап Тымыҡ океанға сәйәхәт иткән Дэвид Томпсон экспедициялары ла иң әһәмиәтлеһе була.[10] 1811 йылда экспедиция ваҡытында Колумбия һәм Снейк йылғалары ҡушылған ерҙә лагерь булып китә һәм унда бағана ҡуя һәм «Был урында Бөйөк Британияның был районға хоҡуҡтарын һәм Төньяҡ-Көнбайыш компанияһының форт төҙөргә ниәтләй» тигән белдереү яҙып ҡуя.[11]
49-сы Төньяҡ параллель 1818 йылдағы Англия-Америка конвенцияһына ярашлы, Вудс күленән көнбайыштараҡ «Таш тауҙарға» тиклем халыҡ-ара сик тип таныла, Бөйөк Британия һәм АҠШ Тымыҡ океандан көнбайышҡа табан ерҙәрҙе «уртаҡ милеккә» алыу тураһында килешә.[12] Территориаль һәм договор мәсьәләләре буйынса резолюция, Орегон буйынса бәхәсте хәл итеү һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә.
1819 йылда Испания АҠШ-ҡа 42-се параллелдән төньяҡтараҡ ятҡан ерҙәргә хоҡуҡ бирә, әммә был хоҡуҡтарға биләмәләр инмәй, шулай уҡ Бөйөк Британия һәм Рәсәй алдында уларҙың шул уҡ төбәктәге дәғүәләренә ҡағылышлы йөкләмәләр ҙә индерелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.