Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Банат Валеева-Яубасарова
From Wikipedia, the free encyclopedia
- Бар күренгән мәғлүмәттәрҙә Лесунов Урман ҡасабаһында тыуған тип бирелгән бит. --Айсар (әңгәмә) 04:42, 19 март 2019 (UTC)
- Айсар ҡустым! Лесунов унда тыуһа ла, ата-әсәләре Оло-Теләк совхозында, конкретно -әсәһе минең ҡайным менән бергә эшләне, ҡәйнәм уҡытҡан Оло-тәләк урта мәктәбендә уҡып сыҡты. Ата-әсәләре пенсияға сыҡҡандан һуң, Майский ауылына (Иглин районы) мал-тыуар аҫырап, ҙур станция ерендә түгел, ә бәләкәй ауылда , иркенләп йәшәр өсөн күсеп киттеләр, 1970-се йылдарҙа. Бөтә Оло-Тәләк мәктәбе һәм ҡасабаһы уны үҙҙәренең кешеләре һәм уҡыусыһы тип йөрөтә, шуға күрә мин белгәнемде яҙып ҡуйҙым. Әгәр дөрөҫ тапмаһағыҙ, юйып ҡуйығыҙ. Ә инде Шәкиров Миҙхәт Әхмәт улына килгәндә, ул хатта рус википедияһына ла керетелмәгән. Уның һеңлеһе Тамара Ахметовна менән беҙ 5 йыл бергә Оло-Тәләк мәктәбендә эшләнек. Дөрөҫ, улар икеһе лә Иглин районының Рәсмәкәй ауылында тыуған, әммә ата-әсәләре балалары мәктәпкә уҡырға төшөрҙән алда Оло-Тәләк станцияһына күсеп килгәндәр, балалары барыһы ла Оло-Тәләк мәктәбендә уҡып сыҡҡандар, үҙҙәре (ата-әсәләре) ғүмер буйына ошо станцияла йәшәгәндәр, тик станцияла татар-башҡорттар бик аҙ булғанлыҡтан, урыҫтар араһында күммәгеҙ беҙ үлгәндән һуң, тип, үҙҙәрен Рәсмәкәй ауылында ерләргә ҡушҡандар.
- Үҙ-ара тап килмәгән һеҙҙең шәхси һәм бар ерҙә ҡулланылған рәсми мәғлүмәт Википедияны ҡараусыларҙа буталсыҡ ҡына тыуҙырасаҡ. Үҙегеҙ ҙә яҙғанһығыҙ бит: «Лесунов унда тыуһа ла». Шулай булғас, рәсми мәғлүмәт дөрөҫкә сыға. --Айсар (әңгәмә) 16:12, 19 март 2019 (UTC)
- Лесуновты юйығыҙ улай булғас.