социаль төркөмдәр From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡатлам — ағзалары хоҡуҡи тороштары буйынса айырылған социаль төркөм: уларҙың составы, өҫтөнлөктәре һәм бурыстары закон менән билдәләнелә. Ҡағиҙә булараҡ, ҡатламдарға ҡарау нәҫел буйынса тапшырыла[1].
Ҡатлам | |
Өлөшләтә тура килә | estate of the realm[d] |
---|---|
Ҡатлам Викимилектә |
Ҡатламдарға бүлеү урта быуат Европаһына хас, ғәҙәттә аристократия, руханиҙар һәм община кешеләренә (ябай кешеләргә) ҡағылышлы ҡулланыла. Күп кенә дәүләттәрҙә ябай кешеләр бюргерҙарға (буржуа, мещандар) һәм крәҫтиәндәргә бүленә.
Европаның тәүге закон сығарыу йыйылыштары ҡатлам принцибына ҡоролған була; Франциялағы өс палаталы Генераль штаттар һәм ике палаталы Англия Парламенты бының сағыу өлгөһө.
Боронғо урыҫ әҙәби телендә «ҡатлам» һүҙе XVI быуат исемлектәрендә (ҡайһы берҙә XIII—XIV быуаттар ҡомартҡыларында) осрай башлай. М. Р. Фасмер сиркәү-славян термины булған ҡатлам һүҙен гректарҙың σύλλογος «сонм, йыйылыш» һүҙе менән бәйләй: συν-+λόγος. XVII быуатҡа тиклем «ҡатлам» һүҙе тантаналы сиркәү-китап стиленә ҡарай һәм ижтимағи-сәйәси мәғәнәлә йөрөмәй.
Платондың VIII «Дәүләттәр» китабында ҡатламдар тасуирлана. Платон бындай дәүләттәге бөтә халыҡты өс ҡатламға бүлә:
Франциялағы «Иҫке режим» (йәғни революция тиклем булған) йәмғиәтте өс сословияға бүлә: беренсе (руханиҙар), икенсе (аристократтар) һәм өсөнсө (ҡалғандар).
Францияла 1302 йылда Филипп IV тарафынан булдырылған өс палаталы Генераль Штаттар традицион ҡатлам-вәкәләтле орган булып тора. Өсөнсө ҡатламдың иҡтисади йоғонтоһо даими рәүештә арта барыуы сәбәпле, 1789 йылда власть бер палаталы Милли Ассамблея (17 июндә), артабан — Милли Конституцион Ассамблея (9 июлдә) ҡулына күсә. Ғәмәлдә, Өсөнсө ҡатлам вәкилдәре Генераль Штаттарҙа үҙҙәрен Милли Ассамблея тип иғлан итә, уларҙың раҫлауынса, Ассамблеяға бөтә халыҡ вәкилдәре йыйылған. Ҡайһы бер аристократтар, атап әйткәндә, маркиз де Лафайет, традицион системаны бөтөрөү яҡлы булһалар ҙа, өҫтөнлөктәрҙән файҙаланыусы ҡатлам өсөн һалым льготалары бөтөрөлмәй.
Короллектә ошо көнгә тиклем формаль рәүештә дворянлыҡҡа (ингл. lord temporallord temporal), юғары руханиҙарға (ингл. lord spirituallord spiritual) һәм община (ингл. commonerscommoners) кешеләренә бүленеү һаҡлана. Руханиҙарҙың түбән ҡатламы община кешеләренә ҡарай, тип иҫәпләнелә.
Кенәздәр иң юғары ҡатлам булып иҫәрпләнгән. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң руханиҙарҙы ла ошо төркөмгә индерәләр. Ер милке булғаны өсөн (вотчинниктар) улар юғары ҡатлам чинына ҡарай. Рустә дружина ла билдәле бер өҫтөнлөктәр менән файҙалана.
Рус дәүләте осоронда ҡатламдар «йөк тартыусы» (дәүләткә хеҙмәт итергә һәм һалым түләргә бурыслы) һәм «хеҙмәт итеүсе» (хеҙмәт итергә бурыслы) төркөмдәренә бүленә..
Традицион аристократия, боярҙар өҫтөнлөктәр менән файҙаланыусы синыф; аристократияның түбән ҡатламдары дворяндар һәм «бояр балалары» тип атала. Стрелецтар башҡа хеҙмәт итеүсе ҡатламға ҡарай.
Мәскәү батшалығында крәҫтиәндәр һәм посад кешеләре йөк тартыусы төркөмгә ҡарай.
Халыҡты иң түбәнге ҡатламы холоп һәм смердтар тип аталған ирекһеҙҙәрҙән тора.
Улар араһында смерд тип аталғандары айырым категорияны тәшкил итә. Улар — крепостной крәҫтиәндәр, әммә унда ла өс төркөмгә бүлеү ҡаралған:
XVIII быуаттың 2-се яртыһынан Рәсәйҙә ҡатламдарға түбәндәгесә бүленеү раҫлана:
Бөйөк Петр Рангылар тураһында табель индергәндән һуң дворян булмағандар ҙа дворянлыҡ титулын алыу мөмкинлегенә эйә була; бының өсөн түбәнге, XIV класс чинын алыу ҙа етә (хәрби хеҙмәттә — нәҫел вариҫтарына тапшырыла торған дворянлыҡты; граждандар хеҙмәтендә, 1845 йылдан һуң — хәрби хеҙмәттә лә — шәхси дворянлыҡ, нәҫел вариҫтарына тапшырыла торған дворянлыҡ тик VIII классчинынан үткәндәргә генә бирелә). Дворян булмағандарҙың күпләп титул ала башлауын кәметеү өсөн 1856 йылдан титул биреү планкаһы IX класҡа тиклем күтәрелә. 1832 йылда шул уҡ маҡсатта почётлы граждандар ҡатламы булдырыла, улар бер нисә дворянлыҡ өҫтөнлөгөн ала (атап әйткәндә, тән язаһынан азат итеү), шуның менән бергә уларға шәхси дворянлыҡ та бирелмәй.
Урыҫ православие руханиҙары аҡҡа (приход) һәм ҡараға (монахтар) бүленә.
Купецтар ҙа ҡайһы бер өҫтөнлөктәр менән файҙалана, XVIII быуат аҙағынан өс гильдияға бүленәләр, капиталдың ҙурлығына ҡарап ағзалыҡ билдәләнелә.
Урыҫ крәҫтиәндәре ҡатлам системаһында бер нисә категорияға бүленә:
Бер ҡатламға ла ҡарамағандар разночинцы тип атала. XVII—XIX быуаттарҙа Рәсәй дәүләтендә юридик яҡтан бер категорияға ла ҡарамаған һәм бер ҡатлам кешеһе лә булмаған төркөм.
Крепостной право юҡҡа сығарылғас, илдең ижтимағи тормошонда һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелә.
дворяндар буш эшсе көсөнә эйә була;
руханиҙар күберәк өҫтөнлөктөр ала — хәрби хеҙмәттән, тән язаһынан азат ителә, белем алыуға өҫтөнлөк бирелә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитетының һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының (РСФСР) 1917 йылдың 11 ноябрендәге «Ҡатламдарҙы һәм граждандар чиндарын бөтөрөү тураһындағы» Декреты бөтә ҡатлам өҫтөнлөктәрен һәм сикләүҙәрҙе бөтөрә һәм граждандарҙың тигеҙ булыуын иғлан итә[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.