![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/18/%25D0%25A5%25D1%2580%25D0%25B5%25D0%25B1%25D0%25B5%25D1%2582_%25D0%259A%25D0%25B0%25D1%2580%25D0%25B0%25D1%2582%25D0%25B0%25D1%2588.jpg/640px-%25D0%25A5%25D1%2580%25D0%25B5%25D0%25B1%25D0%25B5%25D1%2582_%25D0%259A%25D0%25B0%25D1%2580%25D0%25B0%25D1%2582%25D0%25B0%25D1%2588.jpg&w=640&q=50)
Ҡараташ (һырт)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡараташ — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ул Нәре һәм Егәлге һырты менән берлек тәшкил иткән оло бер тау өлөшө. Белорет районы буйлап Ҡатаҫҡын, Айғыр (Кесе Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары) һәм Минйәк (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Көньяғында Кесе Ямантау менән сикләнә. Көньяҡтан ул Кесе Инйәр йылғаһына етеп тамамлана.
Ҡараташ | |
---|---|
![]() | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 17 км |
Киңлеге | 6 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 900 м |
Урынлашыуы | |
52°32′30″ с. ш. 57°52′33″ в. д._type:landmark HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
![]() |
Һырттың атамаһы Ҡараташ булһа ла, Өфөнән килгән туристар Мәскәүгә Өфө (Уфа) тауы тип атама биреүҙе һорап яҙғандар тигән мәғлүмәт бар. Тау түбәһенә Өфө ҡалаһының гербы төшөрөлгән таҡтасыҡ ҡуйылған [1].
Оҙонлоғо 17 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 6 км, көньяҡ өлөшөнөң — 4 км яҡын, абсолют бейеклеге 919 м. Һыртта 600—900 м бейеклектәге 6 түбә айырылып тора. Көньяҡ өлөшөндә яҫы түбәле 2 армыт (оҙонлоҡтары яҡынса 2 км, киңлектәре 0,5—2 км) бар. Көнсығыш һәм көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, көнсығыш өлөшө уйпатлыҡ һәм йырындар менән ҡатмарланған; төньяҡ һәм көньяҡ битләүҙәре текә. Егәҙе‑Комаров свитаһының кварцлы, ялан шпатлы алевролиттарынан, балсыҡлы һәүерташтарынан тора. Һырт итәгендә Ҡатаҫҡын, Айғыр, Минйәк йылғалары ҡушылдыҡтары башлана.