From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡандра-Төмәкәй (рус. Кандры-Тюмекеево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 127 кеше[1]. Почта индексы — 452788, ОКАТО коды — 80251840005.
Ауыл | |
Ҡандра-Төмәкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | |||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ҡандра- Төмәкәй Ҡандракүл күле буйында урынлашҡан ауыл. Ауылға, Бәләбәй өйәҙе Ҡаңлы улусы Ҡандракүл ауылы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, керҙәшлек килешеүе (1785 йылда рәсмиләштерелгән) буйынса, типтәрҙәр нигеҙ һала. 1896 йылға тиклем Ҡандра- Төмәкәй ауылы халҡы (40 йортта 255 кеше йәшәгән) Ҡандракүл ауылы халҡы менән бергә иҫәпкә алынған. Халҡы игенселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Шулай уҡ ауылдың Ҡандратамаҡ исеме менән аталған осоро ла булған. 1906 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, бында бакалея кибете, мөгәзәй барлығы күренә. Халҡы: 1906 йылда — 293 кеше; 1920 йылда — 338; 1939 йылда — 280; 1959 йылда — 182; 1989 йылда — 107; 2002 йылда — 100; 2010 йылда — 135 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.