Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү (икенсел эшкәртеү; ингл. recycling) — Халыҡ хужалығында ҡалдыҡтарҙы ҡабаттан файҙаланыуҙы тәьмин итеү һәм сеймал, энергия, изделиелар һәм материалдар алыу маҡсатында улар менән эш итеүгә бәйле эшмәкәрлек.
Ул ҡалдыҡтарҙы ғәҙәти күмеүҙәге экологик альтернатива булып тора. Файҙаланылған ресурстар һанын кәметергә, шулай уҡ ташландыҡ парник газдарын кәметергә мөмкинлек бирә.
Эшкәртеү ҡалдыҡтарҙы күмеүгә юл ҡуймаҫҡа һәм беренсел сеймалды ҡулланыуҙы кәметергә, шул рәүешле энергия ҡулланыуҙы, һауаның бысраныуын (яндырыуҙан), һыуҙың бысраныуын, тупраҡтың бысраныуын (күмеүҙән) кәметергә мөмкин. Дөйөм ҡабул ителгән яуаплы ҡулланыу һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү иерархияһына ярашлы, 1-се урынға ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеүен кәметеү, һуңынан икенсел файҙаланыу һәм эшкәртеү, артабан яндырыу принцибы ҡуйыла.[1][2] Сүп-сарҙы полигонда күмеү алымы иң ҡулайһыҙ вариант тип һанала.