Ҡабатлау
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡабатлау — төп бинар математик ғәмәлдәрҙең береһе. (Ике аргументтың (ҡабатлашыусыларҙың[К 1]) арифметик ғәмәле, һөҙөмтәлә яңы һан (ҡабатландыҡ) килеп сыға. Мәҫәлән, натураль һандар өсөн: .
Ҡабатлау | |
Изображается на | ×[d] |
---|---|
Тамғалау | ×[d] |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Нейтральный элемент | 1 |
Ҡапма-ҡаршыһы | бүлеү |
Ҡабатлау Викимилектә |
Дөйөм күренештә ошолай яҙырға мөмкин: . Йәғни һәр элементтар парына һәм -ның ҡабатландығы тип аталған элементы ярашлы ҡуйыла.
Яҙмала ғәҙәттә «» — ҡабатлау тамғаларының береһе менән тамғалана, мәҫәлән: Ҡабатлау рациональ һандар, ысын һандар, комплекслы һандар һәм башҡа математик, физик һәм абстракт дәүмәлдәр өсөн дә билдәләнергә мөмкин.
Ҡабатлау ғәмәленең бер нисә мөһим үҙсәнлеге бар:
- Коммутативлыҡ
- Ассоциативлыҡ:
- Дистрибутивлыҡ:
- Нулгә (нуль элементҡа) ҡабатлау нулгә тигеҙ булған һанды бирә:
- Бергә (нейтраль элементҡа) ҡабатлау бирелгән һанға тигеҙ булған һанды бирә:
Һүрәттә ҡабатлау ғәмәле аша алмаларҙы иҫәпләү күрһәтелгән, 5-шәр алманан өс төркөм, һөҙөмтәлә 15 алма килеп сыға:
Ысын һандар күмәклегендә ҡабатлау функцияһының ҡиммәттәр күмәклеге графикта координаталар башы аша үткән һәм ике яҡтан парабола рәүешендә бөгөлгән йөҙ күренешендә.