Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы (10 июль 1923 йыл — 10 ғинуар 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, элемтәсе. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1944).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Хеҙмәт итеүе ...
Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 июль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Айыт, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 ғинуар 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Бешкәк, Ҡырғыҙстан
Ерләнгән урыны Бешкәк
Һөнәр төрө офицер
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Ябырға

Биографияһы

Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы 1923 йылдың 10 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Бишбүләк районы) Айыт (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Вәхит ауылы)[1] крәҫтиән Ғәҙелшин Ғабдулла Сәхибгәрәй ғаиләһендә тыуа.

Айыт ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. 1936 йылда ғаилә Ҡырғыҙ АССР-ының Кенеш ауылына күсеп килә, шунда ете йыллыҡ белем ала. Һуғыш алдынан Фрунзе ҡалаһында финанс-иҡтисад техникумында уҡый.

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына Ғәҙелшин 1941 йылдың авгусында Фрунзе ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла һәм радиотелеграфсылар курсына ебәрелә. Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта рядовой Хәмит Ғәҙелшин Көньяҡ фронтта 1941 йылдың октябренән алып һуғыша. Таганрогта беренсе тапҡыр һуғышҡа инә. 1941 йылдың ноябрь айында Дондағы Ростовта Ҡыҙыл армияның контрһөжүмендә ҡатнаша. Көньяҡ-Көнбайыш, Кавказ аръяғы һәм Төньяҡ-Кавказ фронттарында, шулай уҡ дошман тылында разведка төркөмө составында һуғыша. Ғәҙелшин 1943 йылдың август айынан алып 1449-сы айырым элемтә ротаһы 31-се уҡсылар дивизияһының 46-сы Дала армияһының составында көрәшә. Айырыуса Днепр өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтә.

1943 йылдың авгусында — сентябрь аҙағында Дала фронты ғәскәрҙәре Полтава-Кременчуг фронты операцияһы барышында Днепрға сыға. 1943 йылдың 26 сентябрҙән 27-нә ҡарай төндә сержант Ғәҙелшин 75 -се уҡсылар полкының алдынғы подразделениелары менән Сошиновка (Украина, Верхнеднепровский районы) ауылы янында йылғаны аша сыға[2]. Йылғаның уң яры эргәһендә өлкән радиотелегафсы Ғәҙелшин йөҙөп барған кәмә һыуға бата, әммә Хәмит Ғабдулла улы рацияны ҡотҡарып алып ҡала, аҙаҡ 13 сәғәт дауамында алмашһыҙ полк штабының дивизия штабы менән элемтә бәйләнешен тәьмин итә. Һуңынан сержант Ғәҙелшин Ауль плацдармындағы алыштарҙа ҡатнаша.

1944 йылдың 22 февралендә сержант Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улына СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].. Артабан Ғәҙелшин Хәмит 3-сө һәм 4-се Украина фронты составында һуғыша, Украинаны, Молдавияны, Румынияны азат итеүҙә ҡатнаша. Хәрби юлы Чехословакия территорияһында Моравия-Острава һөжүм операцияһы ваҡытында тамамлана.

Һуғыштан һуң Ғәҙелшин Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмө составында хеҙмәтен дауам итә. Һуңынан Ленинград хәрби инженер элемтә училищеһын һәм С. М. Буденный исемендәге Хәрби академияны тамамлай. Житомир юғары элемтә училищеһында уҡыта, кафедраның мөдире була.

1969 йылда полковник Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы запастағы полковник, Фрунзе ҡалаһында йәшәй (1991 йылдан Бишкәк ҡалаһы). № 27 профессиональ техник училищела хәрби эш буйынса уҡытыусы булып эшләй. 2000 йылдың 10 ғинуарында вафат була. Ҡырғыҙстан Республикаһының Бишкәк ҡалаһында билдәле кешеләр зыяратында ерләнә.

Наградалары

  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (22.02.1944).
  • Ленин Ордены (22.02.1944).
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[4].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (04.05.1945)[5].
  • Миҙалдар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Документтар

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.