From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәрәп-израиль низағы — Израиль һәм ғәрәп илдәре һәм бер нисә ғәрәп радикаль ҡораллы ойошмалар араһында ҡаршы торолошо. Израиль дәүләте 1948 йылда ғына барлыҡҡа килһәлә, был низағ ХХ быуаттың башында башланған. Низағтың башланыуы йәһүдтәр сион хәрәкәте менән бәйле. Был хәрәкәт XIX быуаттың аҙағында Европа илдәрендә барлыҡҡа килә. Ул хәрәкәттең фундаменталь идеяһы-йәһүд халҡының элекке ватанына ҡайтыу. милли-дәүләтен төҙөүө, һәм шунда уҡ берләшеү.
Ғәрәп-израиль конфликты | |||
Ғәрәп илдәре лигаһы | Израиль | ||
Израилгә ҡаршы һуғышалар | Фәләстин Дәүләте | ||
Дата |
XX быуаттың башынан | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Көньяҡ-көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африка | ||
Сәбәбе |
1948 й. тиклем йәһүд халҡының Израиль дәүләтен барлыҡҡа килтереү буйынса көрәш, 1948 йылдан һуң Фәләстин дәүләтен барлыҡҡа килтереү буйынса көрәш, Ғәрәп Дәүләттәре лигаһы илдәренең Израиль Дәүләтенең бойондороҡһоҙлоғон танымау. | ||
Нәтижә |
конфликт дауам итә, 2015 йылда Фәләстин Дәүләтен 135 ил таныған,2012 йылда БМО Фәләстингә күҙәтеүсе статусын бирҙе:[1] | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
| |||
Ғәрәп-израиль низағы Викимилектә | |||
1904 йылдан Сионизм хәрәкәте Европанан Яҡын Көнсығыш илдәренә тарала башлай. Яҡын Көнсығыш илдәренә таралыу — йәһүдтәрҙең Европанан Фәләстингә Икенсе алия (Беренсе алия 1882—1902 йй.) менән ҡайтты. Әйтергә кәрәк, Рәсәй империяһында йәһүдтәр ҡыҫыу акциялары менән бәйле мәҫәлән 1903 й. Кишинев талауы)[2].
Ғосман империяһы ҡырылғас Фәләстин территорияһы Британия мандатына эләгә. Шул ваҡытта беренсе ғәрәп-йәһүд низағтары башлана. Иң тәүге низағтар территориялар буйынса, ә 1948 йылда Израиль Дәүләте төҙөлгәс халыҡ-ара низағына әйләнгән. 1948 йылда ғәрәп илдәре менән Израиль араһында һуғыш башланды. Ул низағ историографияға «Үҙаллыҡ өсөн һуғыш» тигән атама менән ҡалды. Әммә, ул низағта берҙәм хәрби етәкселеге булмаған ғәрәп илдәренең әрмеләре еңелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.